Быйылғы нәфис һүҙ сәнғәте проектының финалына сыҡҡан парҙар билдәле булды. Октябрь буйы халыҡ 42 ҡатнашыусынан иң-иңдәрҙе һайлап тауыш бирҙе.
17 декабрҙә үтәсәк гала-концертта 12 пар сығыш яһаясаҡ. Кисә исемдәре яңғыраған 11 парға былтырғы финалсылар – актерҙар Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар өҫтәләсәк.