Беҙҙең “Азамат” – беренсе!30.10.2018


Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Илеш уҙаманы Илшат Сибәғәтуллин башҡорт халыҡ йырының данын тағы ла арттырҙы.

Ул Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһында үткән II халыҡ-ара “ART GLOBAL” мәҙәни конкурс-фестивалендә башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты башҡарып, I дәрәжә дипломға лайыҡ булды.


“Ҡурайҙа яҡташым, Илеш егете Алик Борханов уйнаны, – тип хәбәр итә “Бәйләнештә”ге шәхси битендә йырсы. – Ул да фестивалдең рәхмәт хаты менән бүләкләнде”.

(Илшат Сибәғәтуллин менән әңгәмәне гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ).


Вернуться назад