Айгиз дуҫтарын йыйҙы30.10.2018
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың ижад кисәһе үтте.

Ижад юлына йәшләй аяҡ баҫҡан, әҙәбиәттә яңы теманы ҡыйыу күтәреп сыҡҡан Айгиз Ғиззәт улы утыҙ йәшен юғары ҡаҙаныштар менән ҡаршылауы, яңыса фекер йөрөтөүе менән айырылып тора. Уның әҫәрҙәре республикала ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә танылыу тапты. Ижад кисәһендә йәш яҙыусыны Ҡаҙағстан, Татарстан, Бүрәт, Сыуаш республикаларынан да ҡотлауҙары ошо хаҡта һөйләй.

Ижад кисәһе бик йылы, йөкмәткеле, фәһемле үтте.


Вернуться назад