Йәш быуын белеп үҫһен29.10.2018
Шаран ауылының Биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Яҙыусының йомарт таланты” тип исемләнгән ҡыҙыҡлы викторина үтте.

Ул мәшһүр яҙыусы Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арналғайны. Сарала мәктәп уҡыусылары, яҙыусының ижадына табыныусылар ҡатнашты.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре әҙиптең тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләне, аралашыу викторина, шиғырҙар ятлау, Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған инсценировкалар менән сиратлап барҙы. Иң мөһиме – йәш быуын башҡорт әҙәбиәте данын Рәсәйгә генә түгел, сит илдәргә лә таратҡан бөйөк яҙыусының ижадын белеп һәм хөрмәт итеп үҫә.



Вернуться назад