Бишбүләк ауылы мәҙәниәт һарайында рәссам Александр Алимасовтың портрет эштәре күргәҙмәһе асылды. Ул картиналарҙың күбеһе райондың Ермолкин һәм Бишбүләк ауылдарында табылған.
– Элегерәк, ғәҙәттә, рәссамдың пейзаждарын ҡуйһаҡ, был юлы портреттарын йыйырға булдыҡ. Шәхси коллекцияларҙан яҡшы күргәҙмә барлыҡҡа килде, – ти экспозиция етәксеһе Римма Андреева.
Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Александр Алимасов 1935 йылда Бишбүләк районының Ермолкин ауылында тыуған. Уның эштәре Рәсәй, Украина, Франция, Португалия һәм башҡа илдәрҙә һаҡлана. Ижадының байтаҡ өлөшө сыуаш мәҙәниәтенең күренекле шәхестәре портреттарынан тора.
Йыл да Ватанына ҡайтҡан һайын Александр Никанорович ауылдаштарының портретын яҙған. “Ғүмер ҡыҫҡа – ижад мәңгелек” тигән ҡанатлы һүҙҙәр рәссамға һәм уның персонаждарына тулыһынса тура килә.