Өфөләге “Нур” татар театрында “Ысҡындырмайыҡ кейәүҙе” (“Моя теща”) мюзиклын ҡуйҙылар.
Осетин драматургы Георгий Хугаевтың пьесаһы Рәсәйҙең төрлө театрҙарында тамашасы хөкөмөнә сығарылды. Өфөлә спектаклде ҡуйыусылар уның мәҙәк, юмор йәһәтенән генә түгел, шаян йырҙары менән дә һөйөү яулар тигән ышаныста.
Мюзиклдың режиссеры — Минзәлә театрынан Дамир Сәмерханов, рәссамы — Ленар Ғилметдинов, хореографы — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина. Музыканы Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юрий Чаплин яҙған. Ҡәйнә ролен Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсимә Ғәйфуллина башҡара.