“Моңло тирмә” ҡорҙолар27.10.2018
Бәләбәйҙәге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт ижтимағи үҙәгендә Башҡортостандың мәшһүр композиторҙарына арналған «Моңло тирмә» исемле кисә уҙған.

Сара ике команда араһындағы йыр-моңло уйын рәүешендә ҡоролған. Унда Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Салауат Низаметдинов, Рим Хәсәнов, Нур Дауытов һәм Артур Туҡтағоловтарҙың көйҙәре яңғыраған.

Кисәне үҙәк етәксеһе Миңзифа Вилданова һәм йәш белгестәр Анжелла менән Айнур Әүбәкировтар ойошторған.

– Төп маҡсат – балаларҙы башҡорт композиторҙарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, йәш быуындың музыкаль зауығын үҫтереү, – ти Миңзифа Сәйфулла ҡыҙы.

Кисәлә татар гимназияһы уҡыусылары ла ҡатнашҡан. Улар үҙҙәрен әүҙем көйәрмән һәм ҡыҙыҡһыныусан тамашасы итеп танытҡан.


Вернуться назад