Балтас районындағы Үрге Янаҡтай – йыр-моң һөйөүселәре менән күптәргә билдәле ауыл. “Ауылым биҙәктәре” фестивале айҡанлы ошо ундда күркәм байрам ойошторолдо.
Үрге Янаҡтай, Түбәнге Янаҡтай, Яңы Ямурҙа, Иштирәк һәм Шишмә ауылы оҫталары “Моң ағыла тыуған яғымдан” тигән бай программа әҙерләгәйне. Балалайка ансамбленең сығышы барыһына ла оҡшаны. “Горница” мари бейеүен тыныс ҡына ҡарау мөмкин түгел ине, ә инде “Лезгинка”ны башҡарғанда сәхнә һелкенеп торҙо хатта.
Район хакимиәтенән әйтеүҙәренсә, урында сынығыу алған йырсылар, бейеүселәр, ансамблдәр республика кимәлендәге сараларҙа йыш ҡатнаша, ҙур еңеүҙәр яулай.