Рушана Вәлиева - "Тауыш" йондоҙо27.10.2018
Беренсе каналдың "Тауыш" проектында Ауырғазы районының Толбазы ауылынан 19 йәшлек Рушана Вәлиева сығышы менән таң ҡалдырҙы. Ул үҙе гитарала уйнап, украин йырын башҡарҙы. Яҡташыбыҙ артабанғы турға үтте.

Әйткәндәй, Рушана дүрт йыл элек балалар "Тауыш"ында һайлап алыу турын үтә лә алмағайны. Кисә остаздарҙың барыһы ла уға табан әйләнде. Ҡыҙ Сергей Шнуровты һайланы. Шуныһы ҡыҙыҡ: бөгөн Рушана Мәскәүҙә математика белгесенә уҡый.


Вернуться назад