Бөтә Рәсәй “Сәнғәт төнө-2018” мәҙәни акцияһына сибайҙар ҙа әүҙем ҡушыла. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры был көндә сағыу тамашаларҙан гөрләп торасаҡ. “Сәнғәткә һөйөү менән" тип аталған ҡул эштәренән торған күргәҙмәлә Сибай оҫталарының ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эшләгән төрлө биҙәүестәре, кейеҙҙән яһалған сифатлы һәм йылы кейемдәр, йәшмәнән сувенирҙар тәҡдим ителәсәк.
Артабан тамашасыларҙы халыҡ коллективтарынан төҙөлгән “Сәнғәт үҙе мөғжизә!” исемле концерт көтә. Уннда һәр саҡ үҙҙәренең дәртле һәм моңло йырҙары менән әсир иткән “Миләш”, “Йәнгүҙәй” һәм башҡа халыҡ ансамблдәренең сығыш яһауы көтөлә.
Сарала ҡатнашыусылар өсөн Сибай театры һәм Сибай концерт-театр берекмәһе артистары ла бай тамаша әҙерләй. Мауыҡтырғыс һәм “эҫе” “Сәнғәт төнө” барыһы ла өсөн дә дәртле дискотека менән тамамланасаҡ.