М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт һынлы сәнғәт музейының конференц-залында билдәле фольклорсы Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған ғилми-ғәмәли концеренция уҙҙы.
Конференцияла төрлө тематик йүнәлештәр эшләне: М. А. Буранғоловтың ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ формалашыуына XX быуат башындағы башҡорт милли яңырыу аша ҡараш ташлау, башҡорт драматургияһы һәм уның үҫешендә Мөхәмәтша Буранғоловтың әһәмиәте хаҡында һүҙ барҙы.
Тап Буранғоловтың билдәләп бөткөһөҙ хеҙмәте арҡаһында мәңгеләштерелгән мәшһүр эпосыбыҙ “Урал батыр” ҙа ситтә ҡалманы. Сарала ҡатнашыусылар уның хәҙерге заман сәнғәте, әҙәбиәте һәм философияһындағы сағылышы хаҡында әңгәмә ҡорҙо.
М. А. Буранғолов Башҡортостандың академик фольклористикаһына нигеҙ һалыусы ғына түгел, уның эшмәкәрлеге уҙған быуаттың беренсе яртыһына ҡараған республика тарихының тотош бер дәүерен биләп алған. Ғилми-ғәмәли конференцияла был темалар ҙа ситтә ҡалманы.
Сара Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале сиктәрендә уҙғарылыуы менән дә әһәмиәтле. Сәсәнлектең донъя халыҡтары мәҙәниәтендәге үҙенсәлекле күренеш булыуы һәм был сәнғәттең хәҙерге хәле хаҡында һөйләшеү бик урынлы булды.