Китапханала әҙибәнең яҡташтары йыйылды.Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында яҡташыбыҙ – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, прозаик, драматург, публицист Таңсулпан Ғарипова менән осрашыу булды.
Йөрәктәргә үтеп инерлек әҫәрҙәр, йәшәү мәғәнәһен тәрәнерәк аңларға ярҙам иткән китаптар авторы менән осрашыуға әҙәбиәт һөйөүселәр, китапханасылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәғариф һәм китапхана селтәре ветерандары йыйылды. Тәүҙә баймаҡтар Таңсулпан Хизбулла ҡыҙын быйыл “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы менән тәбрикләне. “Һуңғы осорҙа төрлө ерҙәрҙә осрашыуҙарҙа булырға насип итте, әммә, һәр ваҡыттағыса, тыуған яҡҡа ҡайтыу мине нығыраҡ тулҡынландыра. Һеҙҙең алға килеп баҫыу һынау тотоу менән бер. Мин Күсейҙә тыуып үҫкәнмен, шунда атай-әсәйемдең, ата-бабаларымдың һуңғы төйәге, әҫәрҙәремдә – Баймаҡ, Күсей теле”, — тине ул.
Яҙыусының тетрәндергес яҙмыштарҙы сағылдырған тормошсан йөкмәткеле китаптарынан торған күргәҙмә менән китапханасы В. Ишбаева таныштырҙы.
Хөрмәтле яҡташыбыҙ осрашыу барышында китап уҡыусыларҙың ижадына һәм тормошона, ғөмүмән, йәшәйешкә ҡағылған һорауҙарына тәрән хисле, төплө, уйландырырлыҡ яуаптары, аҡыллы кәңәштәре менән һоҡландырҙы. Мәҫәлән, “Тормошта үкенгән сағығыҙ булдымы?” тигән һорауға ул: “Беҙ ҡайһы ваҡыт нимә өсөндөр ныҡ көйәләнәбеҙ, әммә барыһы ла үтә. Бар нәмәне тынысыраҡ ҡабул итергә кәрәк. Ниндәйҙер ауырлыҡ килеп сыҡһа, уның юҡҡа булмауы, уның артынан һиңә яңы юл асылыуы мөмкин. Һәр кисергән көндөң үҙ ҡабатланмаҫ мәле”, – тип яуап бирҙе.
Ижадының үҙәгендә ҡатын-ҡыҙ яҙмышы торған, һәр әҫәрендә ҡатын-ҡыҙҙың бөтә асылын, уның күңел донъяһын, матурлығын нескә тойомлап таусирлаған, уларҙың яҙмышы аша ил тарихын, меңәрләгән яҙмыштар тарихын һынландырған әҙибә бөгөнгө заман ҡатын-ҡыҙын көслө рухлы булырға саҡырҙы.
Ләйсән ямғырылай сафлыҡ бөркөлгән, күңелдәргә рух, дәрт, өмөт өҫтәгән тулҡынландырғыс осрашыуҙа үҙәк китапхана директоры З. Мортазина, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙына баймаҡтарҙан иҫтәлекле бүләк тапшырып, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Китаптарығыҙ кәштәләрҙә ятмай, улар һәр саҡ ҡулда, халыҡ яратып уҡый, тимәк, һеҙ ысын мәғәнәһендә бәхетле яҙыусы, алыҫ араларҙы яҡын итеп осрашыуға килгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙе һәр саҡ көтөп ҡалабыҙ, киләсәктә лә бик күп осрашыуҙар үткәрергә яҙһын”, — тине Зилә Вәкил ҡыҙы.
Осрашыуҙа шулай уҡ әҙәбиәт һөйөүселәргә әҙибәнең “Әҫәрҙәр”енең I, II томдары тәҡдим ителде. Халыҡ яҙыусыһы менән осрашыу кисәләре Сыңғыҙ һәм Ниғәмәт ауылдарында ла ойошторолдо.