Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурсы башланды. Башҡорт, яҡут, мари, лезгин сәсәндәре халыҡ ижады өлгөләрен һәм үҙ әҫәрҙәрен сәхнәгә алып сыҡты.
Сарала Башҡортостандан, Мари Иленән, Саха (Яҡут), Коми, Дағстан республикаларынан 50-нән ашыу конкурсант һынау тота. Баһалама ағзалары араһында донъяға билдәле манассы, фән докторы Талантаалы Бакчиев та бар.
Лауреаттар һәм еңеүселәр иртәгә билдәле буласаҡ.