“Заһиҙә” – Грозныйҙа24.10.2018
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе Миләүшә Хәйбуллина Грозный ҡалаһында үткән Мәхмүд Эсамбаев исемендәге Х халыҡ-ара фестиваль еңеүсеһе булып танылды. Ул “Яңғыҙ бейеү” номинацияһында беренсе урынды яуланы.

Ике турҙа үткән конкурста Миләүшә башҡорт лирик бейеүе “Заһиҙә”не һәм “Лязги” хорезм бейеүен башҡарҙы.
Фестиваль Грозный ҡалаһының барлыҡҡа килеүенә 200 йыл тулыуға арналды. Унда донъяның 12 иленән, Рәсәйҙең 27 төбәгенән 138 бейеүсе ҡатнашты.


Вернуться назад