Өфөлә Фәрит Әхмәҙиевтең “Яҙмыштың иркә балаһы” тигән китабының исем туйы була. Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе 25 октябрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте ойошторған сираттағы Автограф көнөндә көтәләр. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә Октябрь проспекты, 9 адресы буйынса ҡаланың 4-се модель китапханаһында башлана.
Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара әҙәбиәт конкурстары лауреаты булған әҙәбиәтсенең был йыйынтығына уның шиғырҙары, пьесалары, тәржемәләре, кино сценарийҙары, проза әҫәрҙәре ингән.