Яңы театр миҙгелен тамашасы һәр ваҡыт түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Салауат ҡалаһы халҡының да спектаклдәргә нисек һыуһағанын залда бер генә буш урындың булмауынан аңларға мөмкин ине.
Был юлы миҙгел Эсфир Йәһүҙиндың “Көтмәгәндә булған хәл” комедияһы менән асылды. Уны сәхнәгә режиссер Илдар Вәлиев ҡуйҙы. Тамашасы актерҙар менән бергә янып көйҙө, шатланды, уйланды.
Премьера тамамланғас, тамашасылар менән әңгәмә ҡороу мөмкин булды. Роза менән Рәйес Бикмөхәмәтовтар – 70 йәште уҙған оло йәштәге кешеләр.
– Бик матур булды. Күңелгә бөтмәҫ ял, кинәнес алдыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, театрға бик йөрөгәнебеҙ юҡ ине. Беҙҙе ошондай матур кисәгә балаларыбыҙ саҡырҙы. Актерҙар шул тиклем ихлас, ябай уйнай. Артабан да бында юлды һыуытмаҫҡа уйлап торабыҙ әле, – тине улар, йылмайып.
Быйыл Салауат башҡорт дәүләт драма театры өсөн айырыуса иҫтәлекле йыл, сөнки ул үҙенең 85 йыллығын билдәләй. Шул йәһәттән тантаналар, ҡотлауҙар дауам итә. Спектакль тамамланғандан һуң, күптәр йылы һүҙҙәр, ихлас теләктәр менән сығыш яһаны. “Салауат” гәзите редакцияһы ла ситтә ҡалманы, йыл башында сәнғәт йортоноң юбилейы айҡанлы иғлан ителгән шиғырҙар конкурсына йомғаҡ яһаны. Унда талантлы апай-ағайҙар теләп ҡатнашып, театрға һөйөүен белдерҙе. Конкурс лауреаттары Гөлсирә Фәйзуллина, Флүрә Хәзиева, Мәйсәрә Хәйерова, Самат Мостафин һәм Мөҙәрис Багаев диплом, бүләктәр алып ҡыуанды.
– Бөгөн иҫ киткес матур тамашаға шаһит булып, шатланып ултырҙыҡ. Яңы миҙгелдән ошондай уҡ матур, сағыу тамашалар өмөт итәбеҙ. Театр менән гәзит тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, коллектив һәр башланғысты күтәреп сыға. Киләсәктә лә берҙәм булайыҡ, бергә ҡалайыҡ, – тине “Салауат” гәзитенең баш мөхәррире Сибәғәт Рахманғолов. Ул шулай уҡ театр директоры Илдар Маннаповҡа, ижади коллективҡа етәкселек иткән Рөстәм Фазыловҡа, әҙәби бүлек мөдире Динә Бәшироваға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.