Яҡты рухы ҡалды...23.10.2018
Тышта – көҙ. Ваҡ ҡына ямғыр тамсылары һибәләй. Алтын, һары, ҡыҙыл япраҡтар менән донъя тулған. Әле ҡасан ғына бөрө ярып, ыуыҙ япраҡтары менән йәнде иркәләп ултырған ағастар бойоғоп ҡалған. Ҡайҙа ҡарама, һағыш, моңһоулыҡ һиҙелә. Мәктәп йылдарынан иң яратҡан, ихтирам иткән уҡытыусымдың баҡыйлыҡҡа күсеүе лә тап көҙ айына тура килде. 2018 йылдың 14 сентябрендә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, уҡытыусы-методист, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы Әхтәмова мәңгелек йортона күсте.

Ул Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында донъяға килгән. Бәләкәйҙән отҡор, зирәк бала булып, гел “бишле”гә өлгәшкән. Математиканы һыу кеүек эскән ҡыҙға уҡытыусылары ҙур киләсәк юраған. Ул осорҙа урта мәктәпте бик һирәктәр генә тамамлау бәхетенә ирешкән. Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы мәктәп тамамлаған йылды районда башҡорт мәктәптәре араһынан берҙән-бер кеше булып өлгөргәнлек аттестатын алған.

Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын тамамлап, туған мәктәбендә ете йыл математика уҡыта. Шунан Стәр­летамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә һәм, диплом алғас, 1-се республика мәктәп-интернатына эшкә тәғәйенләнә. Эшләү осоронда ҙур абруй ҡаҙана, уҡыусылары математика буйынса ҡала, республика кимәлендә еңеү яулай, бик күптәре уның юлынан китә. Мәктәптә математика уҡытыусы­ларының методик берекмәһенә етәк­селек итә, оҙаҡ йылдар “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының редколлегия ағзаһы ла була.

Шәхсән мин үҙем дә Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙында уҡыуым менән бәхетлемен. Әйтергә кәрәк, математика мәктәптә иң ҡатмарлы предметтарҙан һанала. Ә бына Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙының дәрестәрендә бер ваҡытта ла күңелһеҙ булманы, донъя­быҙҙы онотоп, мәсьәләләр, тигеҙлә­мәләр сисә торғай­ныҡ. Уҡытыусыбыҙ төплө белем биреп кенә ҡалманы, ә киләсәк тормошобоҙға ла ҙур йоғонто яһаны. Беҙҙең сығары­лыштан алты кеше, остазыбыҙҙың юлынан китеп, БДУ-ның математика факультетын тамамланы.

Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы, яратҡан уҡытыусыбыҙ булыуҙан тыш, тормош юлдашы Мөхтәр Хөснөлхаҡ улына һөйөклө ҡатын, берҙән-бер улдары Азамат (әйткәндәй, ул да әсәһе юлынан китте) менән килене Нурияға ҙур терәк, ейәнсәрҙәре Асель менән Гүзәлгә иң ҡәҙерле ҡартәсәй ҙә ине. Туғандарына, яҡындарына һөнәр һайларға, белем алырға ярҙам итте, аҡыллы кәңәштәрен бирҙе. Бөгөн уны иҫкә алып, яҡты рухы алдында баш эйәйек!


Вернуться назад