Яҡты, ялҡынлы ижад16.05.2012
Күренекле шағирә Факиһа Туғыҙбаеваның баҫылып сыҡҡан һәр бер китабын уҡып барам. Уның “Ваҡыт тамғалары” тигән шиғырҙар, поэмалар йыйынтығы ҡулыма килеп эләккәс, алтын тапҡандай ҡыуандым. Был ҡалын китапты бер тынала уҡып сыҡтым.
Талантлы шағирә “Ваҡыт тамғалары”нда ла үҙ-үҙенә тоғро ҡала: ҙур әҙиптәргә хас булғанса, ил һәм халыҡ яҙмышы — уның ижадының үҙәк темаһы. Әҙибәнең шиғыр-поэмаларында башҡорт халҡының ҡаһарман улдары Салауат Юлаев, Аҡмулла, Бабич һәм бик күптәрҙең азатлыҡҡа, тиңлеккә, ғәҙеллеккә саҡырған орандарын бар булмышың менән ишетәһең. “Салауатнамә” тигән айырым бүлектәге милли батырыбыҙға арналған өс поэмаһы һәм шиғырҙары тетрәндерә, милләтебеҙҙең үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында уйландыра.
“Сәләмемде еткер, Аҡсарлаҡ!” поэмаһы батырҙың тотҡондағы һуңғы көндәрен тасуирлай. Ул шул тиклем көслө яҙылған: таш зиндандағы бығаулы Салауаттың ғүмеренең һуңғы минуттарындағы үрһәләнеүҙәре күҙ алдына килеп баҫа.
Әҫәрҙәренән күренеүенсә, Факиһа Туғыҙбаева халҡыбыҙ өсөн янып-ярһып йәшәй. Уның “Сәмреғош” шиғыры ғына ни тора! Бындай әҫәрҙе ижад итеү өсөн йөрәкле булыу кәрәк бит.
Батша ҡошо, нисә быуат талап,
Оя иттең башҡорт ерҙәрен,
Тимер тырнаҡтарың
сүпләп торҙо
Баш ҡалҡытҡан башҡорт ирҙәрен.
(“Сәмреғош”).
Уның “Ант” шиғырынан ике генә юлды алайыҡ:
Ант итәмен, ҡулдарыма мин
ут алып:
Ут булырмын, утһыҙ ҡалһа
әгәр халыҡ.
Был китапҡа ингән йөҙәрләгән шиғыр, тиҫтәләгән поэманың береһенә лә битараф ҡалып булмай. Улар йәшәү мәғәнәһе тураһында уйландыра. Әҫәрҙәр, эй, Хоҙай бәндәһе, донъяла кеше булып ҡалғың, ялғанлыҡты, хыянатты, дөрөҫлөктө, ғәҙеллекте белеп йәшәгең килһә, беҙгә күҙ-ҡолаҡ һал, тип өндәшә һымаҡ.
Халыҡ араһында таралып киткән ғәмһеҙлек, ялағайлыҡ шағирәгә тынғылыҡ бирмәй, йөрәген өтә.
Кәмемәне әле һатлыҡ йәндәр,
Бихисап бит һатлыҡ тәндәр ҙә, —
тип әсенә ул Рәми Ғариповҡа бағышланған бер шиғырында.
Факиһа Туғыҙбаева ижадында миңә тағы шуныһы оҡшай: тәрән фәлсәфә, аҡыл ярылып ята, хистәре урғылып тора.
Дошман эҙләмәйем мин донъянан,
Ғүмер буйы дуҫтар эҙләйем.
Яңылышмаҫ инем,
Бер фәрештә
Биреп торһа миңә бизмәнен.
(“Дошман эҙләмәйем”).
Талантлы шағирәбеҙ Факиһа Туғыҙбаеваның ижадынан йәнеңә ни кәрәк, барыһын да табырға, күңелеңә илһам, йәшәү, көрәш ҡеүәте алырға, яраланған йөрәгеңә шифа табырға мөмкин.
Башҡортостаныбыҙға бөтә рухи көсөн, һәләтен биреп тоғро хеҙмәт иткән, ғүмерен милләтебеҙгә бағышлаған Факиһа Туғыҙбаева — ҙур ихтирамға лайыҡ шәхес. Ул — бөгөнгө башҡорт шиғриәтенең юғары кимәлен билдәләүсе әҙибә.
Марс ЮЛДАШЕВ,
Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы, медицина фәндәре докторы, профессор.


Вернуться назад