Шиғри һәйкәлдәр16.05.2012
Шиғри һәйкәлдәрБыл көләс көндәр шиғри ауаздарҙан мөлдөрәмә кеүек. Шартлап бөрө асып, япраҡ ярған аҡ ҡайындар ҙа, йылы яҡтан ашҡынып ҡайтып, тирә-йүнде моңға күмгән ҡоштар ҙа, ташып сығып, үҙәндәргә йәйелеп, инде ярҙарына ҡайтҡан йылғалар ҙа өр-яңы шиғыр тыуҙырып, күҙгә салына. Һәм бының сәбәбе тәбиғәт хозурлығында ғына ла түгел. Күңелдәрҙәге ундай күтәренкелек төрки халыҡтар өсөн тотош бер шиғриәт мәктәбе тыуҙырған Ғабдулла Туҡайҙың тыуған көнө менән дә бәйле. Былтыр 26 апрелдә уның тыуыуына 125 йыл тулыу киң итеп билдәләнгәйне. Быйыл иһә бөйөк шағирҙың Өфөгә килеүенә — 100 йыл. Ул тап бынан бер быуат элек апрель-май айҙарында ике тапҡыр баш ҡалабыҙҙа булған. Элек Свердлов урамында урынлашҡан “Сабах” китапханаһы артындағы бүлмәлә йәшәгән. Мәжит Ғафури менән урамдарҙа йөрөп, баҡсаларҙы ҡарап ҡайтҡандан һуң шунда икәүҙән-икәү һөйләшеп ултырғандар.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы бына ошо ваҡиға айҡанлы 25 майҙа Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Татарстандан киләсәк оло ҡунаҡтар ҡатнашлығында йырлы-моңло әҙәби кисә үткәрә. Ә Туҡайҙың тыуған көнө алдынан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала шиғыр байрамы уҙғарылды. 1912 йылдың яҙында шағир йәшәгән йорт янында митинг үткәрелде, ундағы мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалынды.
Бөйөк Туҡайҙың Өфөгә килеүенә 100 йыл тулыу уңайынан уға арнап күренекле әҙиптәрҙең шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

Мостай КӘРИМ

Туҡайға

Яҡты көнгә сығып етә алмай
Күмелеп ҡалған шахтер шикелле,
Һөйгән монологын һөйләп бөтмәй
Тынып ҡалған актер шикелле,
Ағыуланған шомло ҡараңғыла
Янып бөтмәй һүнгән шәм кеүек,
Сәхрәләге яҙғы йылға кеүек,
Ташты ла ул, тынды йәш егет.
Яҡты ҡырау япраҡтарын бөргәс,
Күкрәгәндә шиңгән гөл кеүек,
Иҫкелектең тынсыу һауаһында
Тыны бөтөп үлде йәш егет.
Беҙ, дауылдар булып, күгебеҙҙе
Ҡара болоттарҙан таҙарттыҡ,
Беҙ — икенсе туфан,
Еребеҙҙе
Иҫкелектән йыуып яңырттыҡ.
Туҡай йыры беҙҙең менән килде,
Йыры ялҡын әле бөгөн дә,
Туҡай... Ул бит беҙҙең яҡты йондоҙ
Поэзияның аяҙ күгендә.


Рәми ҒАРИПОВ

Шағир
(Туҡай ҡәбере
эргәһендә уйланыу)

Шиғыр яҙҙы шағир аслы-туҡлы,
Туйындырҙы илһам баҡсаһы.
Тик бурысын түләргә лә уның
Етмәне шул тапҡан аҡсаһы!..

Ләкин шағир башын эйәме һуң?
Яҙҙы, һыҙҙы, көн-төн эшләне.
Күҙ алдары уның томаланһа,
Тик иренен генә тешләне.

Ҡанһыҙ ине көйгән ирендәре,
Хәлһеҙ ине кипкән ҡулдары.
Хәйләһеҙ бер сабый һымаҡ уны
Йыуатты тик яҙған юлдары...

Ул һиҙмәй ҙә ҡалды — йөрәк ҡанын
Алтын итеп һыҡҡан эттәрҙе,
Өҙгөләне улар ҙур йөрәген уның
Һәм ҡәбергә илтеп этәрҙе...

Ҡулы бығауланған әсә кеүек,
Халҡы ғына ҡалды тилмереп.
Халҡы ғына йырын алып сыҡты,
Донъя ситлектәрен емереп.

Назар НӘЖМИ

Булғандар бит

Булғандар бит бөйөк шағирҙар!
Тыуған — урын — алтын бишектә,
Үҫкәс — киткән;
ҡайтҡан саҡтарҙа
Кеше торған һаҡлап ишектә.
Булған башҡа бөйөк шағирҙар:
Тар бүлмәлә һулып һүнгәндәр;
Бала саҡта иһә баҙарҙа:
“Аҫрарға бала бирәм!” — тип,
“Кем ала?!” — тип
һатып йөрөгәндәр.
Әй яҙмыштың шомло ағышы!
Бөйөклөктөң алтын ярҙары...
Ғүмерендә — халҡы яҙмышы,
Йырҙарында — халҡы моңдары.
Хәҙер инде башҡа замандар,
Замандарҙа — башҡа баҙарҙар;
Баҙарҙарҙа — башҡа малайҙар,
Малайҙар ҙа — башҡа Назарҙар.
Күңелемдең заман ҡошсоғо
Баҫып һайрай алтын кәртәгә.
Һатһалар ҙа бөгөн әҙермен,
Туҡай сыҡһа минән иртәгә.
“Йә, кем ала?!” — Һеҙгә кәрәкһәм,
Мин туҡталам, табып мәрхәлә...
Ах, улай ҙа килмәй кешегә
Шағир тигән бөйөк мәртәбә.

Мәрхәлә — юлсылар туҡтай торған урын (ғәрәпсә).

Әнғәм АТНАБАЕВ

Шағирҙар


Күп төрлө замандар булғандар,
Күп төрлө шағирҙар тыуғандар,
Берәүҙәр үҙҙәрен һатҡандар,
Берәүҙе баҙарҙа һатҡандар,
Берәүҙәр үҙҙәрен атҡандар,
Берәүҙе дуэлдә атҡандар,
Берәүҙәр үҙҙәрен аҫҡандар,
Берәүҙе майҙанда аҫҡандар.
Ҡап-ҡара замандар булғандар,
Яп-яҡты шағирҙар тыуғандар.
Замана тыуҙыра шағирҙы,
Шағирҙар күтәрә заманды,
Күтәрә халҡының күңелендә
Бикләнеп йоҡлаған аңдарҙы.
Күтәрә үлемле яуҙарға,
Еңеүле таңдарға күтәрә,
Халҡына атылған уҡтарҙы
Йөрәге арҡылы үткәрә.
Шағирҙы батшалар тыя алмай,
Төрмәләр, палачтар ҡурҡытмай,
Туҡайҙар ҡулында ҡылыстар
Һынһалар һыналар — тутыҡмай.
Шағирҙар — халыҡтың намыҫы,
Халыҡтың сәйәси һалдаты,
Уҙғандар замандар өҫтөнән
Йылдарын көмөштәй сыңлатып.
Йәшәгән халыҡты йырлатып,
Үлгәндәр халыҡты илатып...

Рауил БИКБАЕВ

Туҡайға

Яҙ килгәнһең ергә.
Яҙ көткәнһең.
Яҙ киткәнһең.
Яҙҙы һағынып.
Ағиҙелдә йөҙә яҙ ҡояшы,
Тулҡындарҙан күҙең сағылыр.

Күтәрелә тағы күк үләндәр,
Ағиҙелгә төшкән битләүҙә.
Беҙгә килгәс, сабый үләндәрҙе
Ҡосаҡлағанһың бит иң тәүҙә.

Үләндәргә ҡояш нуры менән
Түгелгәндә моңо ҡурайҙың,
Күк үләндәй сабый сағың ҡайтҡан
Ҡырҙарынан йырлы Ҡырлайҙың.

Иҙел туғайынан ҡолон кеүек
Сабып үткән алыҫ уҙғандар.
Бишегеңде ҡара дауыл йолҡто,
Һин ҡояшҡа ҡулың һуҙғанда.

Тыуған ерҙең бер етеме итеп
Мөһөр баҫҡас салма заманы,
Яттар тупһаһында ҡалтыранып
Боҙға ҡуша туңды табаның.

Тик талпындың
һин таңдарға һаман,
Табаныңды боҙҙан аҡтарып.
Шул боҙҙарҙа янды ҡуҙ шикелле
Юлдарыңдың ҡанлы таптары.

Күшектең дә илдең күҙ йәшендә,
Ҡояшында илдең ҡыҙындың.
Йәшен ташы булып көйҙөрҙөң һин
Ил йөрәген тырнар ҡоҙғондо.

...Ағиҙелдә тағы яҙ ҡояшы,
Ҡауышҡан саҡ ерем күк менән.
Туҡай ҡосаҡлаған тупрағымдан
Күтәрелә күкрәп күк үлән.


Вернуться назад