Бикчәнтәй ҙә, Лермонтов та яҡын21.10.2018
Бөрйән районының Яңы Усман ауылы китапхаһында “Бикчәнтәй уҡыуҙары” акцияһы ойошторолдо.

Бишенсе һәм алтынсы класс уҡыусылары яҙыусы Әнүәр Бикчәнтәевтең тормошо һәм ижади эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты, күргәҙмәгә ҡуйылған китаптарын ҡараны. Айырыуса “Бөркөт һауала үлә” повесының йөкмәткеһе менән ҡыҙыҡһындылар. “Ҙур оркестр” әҫәрен ҡысҡырып уҡып, аҙаҡ уның буйынса фекер алышыу уҙғарылды. “Хушығыҙ, көмөш ямғырҙар!” балалар күңеленә тәрән үтеп инде, уйландырҙы.



Китапханала Лермонтов поэзияһы көндәре лә файҙалы, мауыҡтырғыс үтте. Балалар әҙиптең тормошо хаҡында һөйләне, шиғырҙарын яттан һөйләне, викторинала ихлас ҡатнашты.


Вернуться назад