Өфөнө фольклор төркөмдәре гөрләтте21.10.2018
Өфөлә “Фолк-тайм” фольклор сәнғәте конкурсы булды, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән.

Унда төшкә ҡәҙәр – балалар, артабан өлкәндәр сығыш яһаған. Төбәгебеҙең төрлө райондарынан бихисап фольклор төркөмө ҡатнашҡан. Күптәр рәхмәт хаттарына, дипломдарға лайыҡ булған.

– Яңы төркөмдәрҙең дә ихлас ҡатнашыуы һөйөнөслө, – тине Дим районынан Айгөл Искәндәрова. – Мәҫәлән, Республика халыҡ ижады үҙәгендә күптән түгел ойошторолған “Ауаз” төркөмөнөң сығышын тамашасылар яратып ҡараны. Беҙҙең райондың “Тулған ай” вокал төркөмө, ҙур сәхнәлә сығыш яһап, III дәрәжә дипломға лайыҡ булды.


Вернуться назад