“Атайымдың “Ярлыҡау”ҙы яҙған мәлен яҡшы хәтерләйем”21.10.2018
Рус дәүләт академия драма театрында Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Луна и листопад” спектаклен ҡарарға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, әҙиптең ҡыҙы Әлфиә һәм ейәне Тимербулат Кәримовтар, Азербайжандың Рәсәйҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиле Полад Бюльбюль-Оғлы, республика Хөкүмәте ағзалары килде.

– Атайымдың “Ярлыҡау”ҙы яҙған мәлен яҡшы хәтерләйем, – тине спектаклдән һуң Әлфиә Кәримова. – Бөгөн атайыбыҙҙың рухы беҙҙең менән икәнен тойҙоҡ. Ҡәҙерлебеҙҙең әҫәрҙәренең, әйтеп ҡалдырған фекерҙәренең халыҡ күңелендә йәшәүе – оло шатлыҡ һәм ғорурлыҡ.

Әҙиптең яҡындары театр етәкселегенә, актерҙарға, спектакль авторҙарына ихлас рәхмәтен еткерҙе. Аҙаҡ халыҡ фойела Мостай Кәримдең тормошона һәм ижадына арналған бай фотокүргәҙмәне ҡараны.


Вернуться назад