Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө бөгөн – бөйөк әҙиптең тыуыуына 99 йыл. Ошо уңайҙан шәхестең һәйкәленә сәскә һалып, уны ололап иҫкә алды халҡыбыҙ.
Тантаналы сарала республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашып, йылы һүҙҙәрен еткерҙе, хәтирәләре менән уртаҡлашты.
– Мостай Кәрим – башҡорт халҡының бөйөк улы, – тине республика етәксеһе. – Уның менән бер ерҙә йәшәгәнем менән бәхетлемен. Мостафа Сафа улы кәңәштәренән айырманы, әйткән һүҙҙәренә, оло тәжрибә өлгөһөнә таянып йәшәнем. Ул һәр саҡ үҙ халҡы менән бергә булды.
Союз дәүләтенең дәүләт секретары Григорий Рапота ла сығышында Мостай Кәримдең тотош илебеҙҙең оло әҙибе, халыҡ-ара кимәлдәге шәхес икәнен билдәләне, шулай уҡ йылы иҫтәлектәрен еткерҙе.
Һүҙ алған һәр кем Мостафа Сафа улын яҡшы хәтирәләр менән иҫкә алды, күңелендә йөрөткән ғүмерлек рәхмәтен белдерҙе.
– Улар – Мостай Кәрим, Рәсүл Ғамзатов, Сыңғыҙ Айытматов – үҙ халҡының һүҙ сәнғәтен тотош донъяға алып сыҡты. Шағир ғына түгел, власть менән килешеп эшләгән оло сәйәсмән, милләте мәнфәғәттәрен даими хәстәрләгән аҡһаҡал, аҡыл эйәләре булды улар. Иң кәрәк ваҡытта үҙ һүҙен әйтеп, әйҙәүсе көс булып торҙолар, – тине Рәсәйҙең Азербайжандағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Полад Бюльбюль-Оғлы.
Сығыштарҙа әйтелгәнсә, тиҙҙән Минскиҙа Мостай Кәримдең әҫәрҙәр йыйынтығы белорус телендә баҫылып сығасаҡ. Төрлө төбәктәрҙә ошондай һәм башҡа бик күп саралар көтөлә бөйөк шағирҙың 100 йыллығы алдынан.
Тантаналы сарала әҙиптең һәйкәле скульпторы Андрей Ковальчукка ла рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.
– Әлфиә Мостай ҡыҙы менән Тимербулат Олеговичҡа ҙур рәхмәт, – тине үҙ сиратында билдәле скульптор. – Улар менән гелән бәйләнештә булып, һөйләшеп эшләгәнгә лә һәйкәл уңышлы килеп сыҡты.
Әлфиә Кәримова иһә йыйылған бар халыҡҡа ихлас рәхмәтен еткереп, Мостафа Сафа улының һүҙҙәре, әҫәрҙәре халҡы күңелендә мәңге йәшәренә ышаныс белдерҙе.