Радий ХӘБИРОВ: “Минең өсөн ул Уҡытыусы, юғары әхлаҡлылыҡ өлгөһө ине”19.10.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мостай Кәрим исемендәге фонд учредителе Тимербулат Кәримов менән осрашты. Төбәк етәксеһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һөйләшеүҙә бөйөк әҙиптең 100 йыллығын үткәреүгә әҙерлек барышы тикшерелде.

– Мостай Кәрим – илебеҙ, халҡыбыҙ тарихында иҫ китмәле бейеклектәге шәхес. Беҙ бик яҡшы мөнәсәбәттә булдыҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Минең өсөн ул Уҡытыусы, юғары әхлаҡлылыҡ өлгөһө ине. Көсөбөҙҙө берләштереп, халыҡ Мостафа Сафа улының әҙәби мираҫында тәрбиәләнһен, уны үҫтерһен өсөн бөтөн тырышлығыбыҙҙы һаласаҡбыҙ.

Тимербулат Кәримов төбәк етәксеһенә ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. “Ауыр ваҡытта беҙҙең менән булғанығыҙ өсөн ғаиләбеҙ исеменән рәхмәт әйтәм, – тине ул. – Мостай Кәримдең исеме, ижади, мәҙәни, әхлаҡи мираҫы республикабыҙҙағы яңы башланғыстарға ныҡлы нигеҙ булыр тип ышанам”.


Вернуться назад