Марсель Сәлимов Шанхайҙа халыҡ-ара әҙәби йыйында ҡатнашты.
Рәсәй яҙыусылары, шағирҙары, журналистары һәм ғалимдары төркөмө Ҡытай Халыҡ Республикаһында булды. Сәфәрҙе Рәсәй Яҙыусылар союзының Мәскәү ҡала ойошмаһы һәм Шанхай сит телдәр университетының Донъя әҙәбиәте институты ойошторҙо. Халыҡ-ара форумда төбәгебеҙҙән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы-сатирик, шағир, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Марсель Сәлимов (Мар. Сәлим) ҡатнашты.
Делегацияға Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән күренекле яҙыусылар һәм шағирҙар инде.
Сәфәрҙең тәүге көнөндә Рәсәй ҡунаҡтарын Донъя әҙәбиәте институты директоры, филология фәндәре докторы, профессор Чжэн Тиу ҡабул итте. Шанхай университетында Рәсәй ҡәләм оҫталарының Ҡытай студенттары, уҡытыусылары, рус тәржемәселәре һәм белгестәре менән ижади осрашыуында тормошобоҙҙа әҙәбиәттең өлөшө, тотҡан урыны, тәржемә эшендәге проблемалар, әҙәби бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм нығытыу мөмкинлектәре тураһында һүҙ барҙы.
Әҙәби форумға ярашлы Шанхай Әҙәбиәтселәр йортонда, Ҡытай яҙыусылары ҡулъяҙмалары китапханаһында, бөйөк ҡытай шағиры Лу Синдең йорт-музейында нәшриәтселәр, яҙыусылар һәм уҡыусылар менән ижади осрашыуҙар ойошторолдо. Марсель Сәлимов Башҡортостанда уҙғарылған халыҡ-ара әҙәби, мәҙәни саралар, республиканың Ҡытайҙағы айырым провинциялар менән ныҡлы иҡтисади бәйләнеше тураһында һөйләне. Шулай уҡ башҡорт һәм рус телендә шиғырҙар уҡыны, Шанхай китапханаларына китаптарын бүләк итте.
“Ҡытай дуҫтарыбыҙҙың хеҙмәт уңыштары ҡыуандырҙы, — тип һөйләне Марсель Сәлимов. — Шанхай – бик матур һәм уңайлы ҡала, асылда көньяҡ-көнсығыш Азияның мәҙәни үҙәге. Беҙгә, Рәсәй халҡына, бында бик йылы һәм дуҫтарса, туғандарса ҡарайҙар. Әҙәби десанттың Шанхайға бағлаған төп маҡсаты ғәмәлгә ашты – Рәсәй һәм Ҡытай яҙыусылары араһында тығыҙ ижади бәйләнештәр булдырылды”.
Әҙәби йыйында Мәскәүҙә өс мең дана булып сыҡҡан “Мәскәү – Шанхай. 2018” махсус йыйынтығының исем туйы уҙҙы. Унда Мар. Сәлимдең сатирик һәм юмористик хикәйәләре, шулай уҡ автор тураһында биографик мәғлүмәт баҫылған.