Яҙыусы Флүр Ғәлимовтың “Аҙғын тәүбәһе” китабы урыҫ теленә тәржемә ителеп, Мәскәүҙә “Художественная литература” нәшриәтендә донъя күрҙе. Был ваҡиға – авторҙың ҙур уңышы, сөнки күптән инде милли йыйынтыҡтарҙың баш ҡалала нәшер ителгәне юҡ.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: талантлы рәссам Салауат Байғазин образы аша Флүр Ғәлимов милли проблемаларҙы ғына түгел, ә заманыбыҙға хас бик күп мәсьәләләрҙе күтәрә. Бары тик иман юлына баҫып, үҙенең халҡы йолаларын һаҡлаған кеше генә ысын мәғәнәһендә үҙ асылына тоғро ҡала тигән фекерҙе ул ҡатмарлы һәм киҫкен ваҡиғалар аша еткерә.
Ҡул артың еңел булһын, Флүр Миншәриф улы! Һиңә эйәреп, башҡорт яҙыусыларының китаптары Рәсәй майҙанына таралһын!