Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең ике китабы “Йыл китабы” конкурсында лауреат булды. Улар ике номинацияла еңеүгә өлгәште.
“Уфа историческая. Книга 1: Искусство архитектурного декора” һәм “Уфа историческая. Книга 2: Деревянное зодчество” китабы (төҙөүсе авторҙары С. Шитова һәм Г. Данукалова) “Иң яҡшы художество-полиграфия әҫәре” номинацияһында танылды. Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” автобиографик повесының сағыу баҫмаһы (башҡорт һәм рус телдәрендә) “Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижадына мөрәжәғәт өсөн” номинацияһында еңеп сыҡты.
Нәшриәттә әйтеүҙәренсә, китаптарҙың икеһе лә уҡыусыларҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана. Уларҙы фирма магазинында йәки нәшриәттең сайты аша һатып алырға мөмкин.