Бейеү оҫтаһына — лайыҡлы баһа15.05.2012
Бейеү оҫтаһына — лайыҡлы баһаБейеү сәнғәтенең сағыу йондоҙо — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев, Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт премиялары лауреаты танылған бейеүсе Рәшиҙә Туйсинаның “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында 70 йәшлек юбилейы уңайынан үткән концертта халыҡ күп ине. Юбилярҙы ҡотларға республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов та килгәйне.
— Бөгөн беҙ оло байрамға — бейеү тантанаһына йыйылдыҡ, — тине Рөстәм Зәки улы. — Башҡортостан сәнғәте өсөн был бик шатлыҡлы ваҡиға. Барыбыҙ ҙа Һеҙҙе, Бейеү оҫтаһына — лайыҡлы баһахөрмәтле Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы, ихлас тәбрикләйбеҙ. Һеҙ — башҡорт халҡының балҡып торған йондоҙо. Танылған сәхнә оҫтаһы булараҡ, бейеү теле аша башҡорт халҡының күңел матурлығын, аҡылын һәм күркәмлеген еткереүгә өлгәштегеҙ. Шуға ла ҙур хөрмәт йөҙөнән республикабыҙҙың юғары наградаһын — Салауат Юлаев орденын тапшырырға рөхсәт итегеҙ.
Бейеү оҫтаһына — лайыҡлы баһаБыл хәбәрҙе тамашасылар ҙа шатланып ҡабул итте, аяғүрә баҫып алҡышланы.
Мәғлүм булыуынса, Рәшиҙә Туйсина Советтар Союзының ғына түгел, Европа, Азия, Африка илдәре тамашасыларын да әсир иткән. Шул тарафтарҙан өйрәнеп ҡайтҡан бейеүҙәрҙе кисәлә нәҡ уның башҡарыуында күреүе ҡыуаныслы ине.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Стәрлетамаҡтың бейеү театры, Өфө сәнғәт училищеһы студенттары концертҡа йәм өҫтөнә йәм өҫтәне.
А. АБҘАҠОВ.

Бейеү оҫтаһына — лайыҡлы баһаБейеү оҫтаһына — лайыҡлы баһа


Вернуться назад