Әҙип китаптарын – бергәләп17.10.2018
Өфөлә “Мостай Кәримдең китаптарын бергәләп уҡыйбыҙ” видеомарафоны дауам итә. Проектта ҡатнашыусылар “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” автобиографик повесынан өҙөктәр уҡый. Видеомарафон төрлө майҙансыҡтарҙа уҙғарыла. Проектҡа теләге булған һәр кем ҡушыла ала.

Яҙыусының ижадын үҙ итеүселәрҙең сираттағы осрашыуы ошо көндәрҙә БДУ-ның Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтаханала үтте.

– Беҙҙең әҙәби видеомарафон Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. Ғаилә йылында мәңгелек ҡиммәттәргә ҡағылған, шәхестең аяҡҡа баҫыуы тураһында һөйләгән тап ошо әҫәрҙе һайланыҡ, – тине Өфө ҡала ветерандар советының мәҙәниәт буйынса комиссияһы ағзаһы Светлана Бикбулатова. – Әйткәндәй, акция республика күләменә сыҡты.

Башҡорт дәүләт университетында үткән осрашыуға халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә Кәримова ла килде. Ул китапты яҙыу тарихы, атаһы менән аралашыуы, яҡын арала әҙиптең тағы ла ниндәй китаптары нәшер ителәсәге хаҡында һөйләне.

“Мостай Кәримдең китаптарын бергәләп уҡыйбыҙ” акцияһын Өфө ҡала ветерандар советы ойошторҙо. Марафон быйыл апрелдә Библиотөн барышында башланғайны. Шул осорҙан алып уға 100-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән ветерандар, уҡыусылар, студенттар, эшҡыуарҙар, сәйәсмәндәр, артистар, телевизион тапшырыуҙарҙы алып барыусылар ҡушылды. Уҡыу тамамланғас, видеояҙмалар интернет селтәрендә донъя күрәсәк.



Вернуться назад