Халҡыбыҙҙың йөҙ йыры15.10.2018
Йыр-моң һөйөүселәр өсөн Сибай концерт-театр берекмәһе артистары бынамын тигән бүләк әҙерләне. Улар Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан “Башҡортомдоң йөҙ йыры” тип аталған аудиодиск сығарҙы.

Йырҙарҙың барыһын да Сибай филармонияһы йырсылары башҡара. Проекттың авторы -- концерт-театр берекмәһе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов, музыкаль етәксеһе -- республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин.

Йыйынтыҡты мәктәп уҡыусыларына, уҡыу йорттары студенттарына, тел, әҙәбиәт һәм музыка уҡытыусыларына дәрестә ҡулланма булараҡ та файҙаланырға мөмкин. Шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре менән ҡыҙыҡһыныусылар, уларҙы өйрәнеүселәр өсөн дә ул ҙур бүләк буласаҡ.


Вернуться назад