Өфөлә Рәсәй рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йәмғиәтенең VI "Хәҙерге Рәсәйҙә тел һәм мәҙәни процестар динамикаһы" конгресы бара.
Сараның пленар ултырышын Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова алып барҙы. Конгресты Рәсәй мәғариф академияһы, Рәсәй рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йәмғиәте президенты Людмила Вербицкая асты.
– Бөгөн донъяла рус телендә һөйләшкән кешеләр һаны арта. Мәғлүмәт технологиялары заманында телдең сафлығын, дөрөҫ яңғырашын һәм яҙылышын һаҡлап ҡалыу ауырлаша. Рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙағы мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләү, телде Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә таратыу – конгрестың төп маҡсаттары, – тине ул.
Өфөгә Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән рус теле яҙмышына битараф булмаған 400 самаһы делегат килде.
Лариса ӘХКӘМОВА, Өфө ҡалаһының 75-се мәктәп уҡытыусыһы:
– Институт тамамлағанда диплом эшен ике теллелек темаһына яҙғайным, шуға күрә был сарала туған тел менән бергә рус телен уҡытыуға ҡағылышлы яңы алымдар тураһында белергә тип килдем. Билингвизм мәсьәләһе күп милләтле республикала эшләгән барлыҡ тел уҡытыусыларына ҡыҙыҡлылыр, моғайын.
Зөһрә КОВРИЖНИКОВА, Өфө ҡалаһының 127-се мәктәп уҡытыусыһы:
– Хәҙерге балаларҙың күбеһе рус телен дә, туған телен дә насар белә. Был, тәү сиратта, йәмғиәттә китап уҡыу мәҙәниәте юғала барыуға, ата-әсәләрҙең балалар менән аралашыуға ваҡыт бүлмәүенә бәйле. Бөгөн рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк, тигән фекер яңғыраны. Ошондай аҡыллы ҡарарҙар һүҙҙә генә ҡалмаһын, тормошҡа ашырылһын, тип теләйем.