Йәш таланттар, “Алтын йырҙар” һеҙҙең өсөн!13.10.2018
Башҡортостанда һәләтле йәштәр өсөн өр-яңы проект башлана. “Алтын йырҙар” исемле сара туған телдә сифатлы көй-моң башҡарыусыларҙы йыя.

22 октябрҙән 30-ына тиклем Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Сибай ҡалаларында кастингтар уҙасаҡ. 16-30 йәшлек ҡатнашыусылар үҙенсәлекле итеп башҡортса сығыш яһарға тейеш. Йырҙы яңғыҙ, парлап, күмәк башҡарырға мөмкин. Тамашаның бөтә этаптары ла Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтеләсәк.

Проектта ҡатнашыу өсөн altyn.tv сайтында анкета тултырырға һәм башҡорт телендә музыкаль сығыш (автор кавер-версияһы) әҙерләргә кәрәк. Еңеүселәр ҡатын-ҡыҙҙар араһында яңғыҙ башҡарыусы, ир-егеттәр араһында яңғыҙ башҡарыусы, иң яҡшы дуэт/төркөм номинацияһында билдәләнәсәк. Бүләктәр – аҡсалата приздан алып автор менән клиптар төшөрөүгә тиклем.


Вернуться назад