Эстафетаны ҡабул иттек11.10.2018
Сочиҙағы ХХII “Бөтә Рәсәй” заманса журналистика форумында милли киң мәғлүмәт саралары көнө үтте. Унда “Рәсәйҙең иң яҡшы биш этник баҫмаһы” конкурсында еңеүселәр бүләкләнде.

Былтыр журналистар форумында ошо башланғысты тәҡдим иткән Саха (Яҡут) Республикаһы бәйгене артабан ойоштороу эстафетаһын Башҡортостанға тапшырҙы. Яҡутстан башлығы Айсен Николаевтан конкурстың символик кубогын Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов ҡабул итте.

Республикабыҙҙан ике баҫма бәйгелә еңеү яуланы. “Рәсәйҙең иң яҡшы биш этник баҫмаһы” конкурсында илебеҙҙең 19 төбәгенән йәмғеһе 69 баҫма ҡатнашты. “Иң яҡшы балалар баҫмаһы” тип – “Аҡбуҙат” журналы, “Иң яҡшы район гәзите” тип “Туймазинский вестник” танылды.




Вернуться назад