Өфөлә 1997 йылда “Аҡ ҡалфаҡ” Бөтә донъя татар ҡатын-ҡыҙы йәмәғәт ойошмаһының бүлексәһе барлыҡҡа килә. 21 йыл эсендә ул, баш ҡала сиктәренән сығып, республиканың татарҙар күпләп йәшәгән төрлө ҡала һәм районында үҙ филиалын булдырған.
– “Аҡ ҡалфаҡ” ойошмаһының маҡсаты – ғаиләләрҙе һаҡлау, балаларға телде, ғөрөф-ғәҙәтте өйрәтеү, илһөйәр итеп үҫтереү, – ти Башҡортостан буйынса бүлексә рәйесе Люциә Вафина.
Татар ҡатын-ҡыҙының әүҙемлеге, берҙәмлеге һәм милли мәҙәниәтенә булған һөйөүе һоҡланырлыҡ. Улар әленән-әле яңы йолаларҙы тергеҙә – бәпес туйы, исем ҡушыу сараларын сәхнәләштерә, ҡалфаҡ тегеү, сәк-сәк бешереү, ҡабартмалы сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Йәмәғәт ойошмаһы 2020 йылда Өфөлә уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашырға теләй. Был ваҡиғаға улар быйылдан әҙерлек башлаған – Башҡортостандағы татар йыр һәм бейеү конкурс-фестивален уҙғарған. Ҡатнашырға теләүселәр ифрат күп булған, сөнки “Аҡ ҡалфаҡ” ойошмаһының һәр филиалында фольклор ансамбле эшләй. Йомғаҡлау концертын йәй Туймазы районының Төмәнәк ауылы эргәһендә асыҡ һауала үткәргәндәр.
– Фестиваль беҙгә ҡанаттар ҡуйҙы, үҙ-үҙебеҙгә ышанысты арттырҙы. Был сараны уҙғарыуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллинаға рәхмәт еткерәбеҙ, – ти “Аҡ ҡалфаҡ”тар.