Бәләбәйҙә – илһамлы октябрь10.10.2018
Ай башында районда, һәр йылдағыса, ике әҙәби сара – Халыҡ-ара Сергей Аксаков көндәре һәм “Цветаева усағы” байрамы уҙҙы.

Аксаков байрамы яҙыусының улы, дәүләт эшмәкәре Иван Аксаковтың тыуыуына – 195, ейәнсәре, Бәләбәй өйәҙендә беренсе ҡымыҙ пансионатын асыусы Ольга Аксакованың тыуыуына 170 йыл тулыуға арналды. Сарала республика Башлығы Хакимиәте рәйесе Евгений Маврин ҡатнашты. Надеждино ауылында байрам ҡунаҡтары башҡорт, татар, урыҫ, мордва, сыуаш, украин йыр һәм бейеүҙәренән торған тамашала күңел асты, Аксаковтар ғаиләһе музейын ҡараны, ә Бәләбәй ҡалаһында “Аксаковтар ғаиләһе – Ватанға хеҙмәт итеү өлгөһө” тигән “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашты.

“Цветаева усағы” 2012 йылдан үткәрелә. Тәүге йыл утыҙ ҡатнашыусы килһә, хәҙер унда өс йөҙҙән ашыу кеше йыйыла. Шиғриәт һөйөүселәр, ғәҙәттә, усаҡ эргәһендә шиғырҙар уҡый, бергә йыр йырлай, алма бәлеше менән сәй эсә. 1993 йылдан алып Өҫән-Ивановка ауылында Марина Цветаева музейы эшләй.




Вернуться назад