“Туғанлыҡ” фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә09.10.2018
Киләһе йылдың 23 – 30 майында Өфөлә уҙасаҡ төрки телле театрҙарҙың VII “Туғанлыҡ” халыҡ-ара фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә башланы.

Фестивалдә Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән театрҙар ҡатнаша. Был юлы Башҡортостандан бер генә коллектив сығышы менән сикләнмәҫкә, ә бөтә теләге булғандарҙы ла саҡырырға иҫәп тоталар. Ҡунаҡҡа Рәсәйҙең билдәле театр коллективы ла киләсәк. Ул Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта спектаклдәр ҡуясаҡ тип күҙаллана.

Спектаклдең видеояҙмаһы теркәлгән ғаризаны быйылғы йылдың 1 декабренән дә һуңлатмайынса “Туғанлыҡ” фестиваленә” тигән билдә менән ойоштороу комитетына юлларға кәрәк. Заявканы электрон почтаға ([email protected]) йә Башҡорт дәүләт академия драма театры адресына ебәрергә мөмкин. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 273-47-43, 8927-940-40-49.


Вернуться назад