Ҡайһы берәүҙәрҙә, ябай халыҡ опера менән балет сәнғәтен үҙ итмәй, театр һәм концерттар менән генә хушһына, тигән фекер нығынған. Бындай хата ҡараш күптән килә. Ә ысынында һис тә улай түгел. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Раил Кучуков менән осрашҡанда быны айырыуса яҡшы тойҙоҡ.
Раил Фазыл улы һүҙҙе үткәндәргә байҡау яһауҙан башланы. “Мине Силәбе егете тип беләләр. Тыуған төйәгем Ҡоншаҡ районының Ҡолой ауылы хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан: шишмәләре сылтырап аға, тулы һыулы йылғалары балыҡҡа бай, ҡуйы урмандарына, күркәм болонлоҡтарына ҡарап туйғыһыҙ. Халҡым менән дә маҡтана алам – уңған, егәрле, ихлас”, – тине йырсы. Ул бигерәк тә киләсәк тураһында әҫәрләнеп һөйләне. Маҡсаты – башҡорт сәнғәтен донъя кимәленә сығарыу, теләге – мәҙәниәтебеҙ бүтән халыҡтарҙыҡы шикелле һәр саҡ алғы сафта булһын.
Раил Фазыл улы ҡасан Өфөгә аяҡ баҫҡан? Мәктәптә уҡығанда, ғөмүмән, бала саҡ илендә ул да тиҫтерҙәре ише күктәрҙе яуларлыҡ, күптәрҙе көнләштерерлек ҙур хыялдар менән ҡайнаған. Мәҫәлән, бер иптәше ҙур үҫкәс, мин – космонавт, икенсеһе инженер йәки агроном булам, тип күкрәк һуҡҡан. Раил Кучуковтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул йырсы йәки артист булам тип өҙөп кенә әйтмәһә лә, барыбер ҙә күңел төбөндә нимәнеңдер йәшеренеп тороуын һиҙемләгән. “Һәр беребеҙгә Хоҙайҙан ниндәй ҙә булһа талант бирелгән, бары уны уята белергә кәрәк, тик ваҡытында һыу һипмәһәң, уның һулыуы ла ихтимал”, – ти ул.
Ул Башҡортостанға, Өфөгә изге ниәттәр менән килә. Был 1969 йылда була. Тәүҙә сәнғәт училищеһында сынығыу ала, артабан Өфө дәүләт сәнғәт институтында (хәҙер Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) ҡанатын нығыта. Рәхәтләнеп, ҡолас ташлап йөҙә ул сәнғәт тигән мауыҡтырғыс та, ҡыҙыҡлы ла донъяла. “Һәләтле студент, талант ярылып ята бит был егеттә”, – тип йыш ҡабатлар булған педагогтар.
Раил Кучуков “Салауат Юлаев” операһындағы тәүге ролен – Салауатты яратып башҡарыуын иҫкә ала, ул йырсының диплом эше лә булған икән. Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ошо әҫәрҙе сәхнәләштергән көндәрҙә уның менән осраштыҡ та инде. Йыйып әйткәндә, ул 90-ға яҡын партия башҡарған. “Замандаштар” операһында – Таһир, “Дауыл”да – Волгин, “Шәүрә”лә – Сәхи, шулай уҡ уны тамашасылар Ҡаһым түрә, Аҡсәсәк, Риголетта һәм башҡа ролдәрҙә лә күргәне бар.
Артист сит илдәрҙә йыш булған. Көньяҡ Корея, Таиланд, Төркиә, Кипр, Мысырҙан бай тәьҫораттар менән ҡайтҡан. БДБ һәм Европа илдәренә сәфәре хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Раил Кучуков башҡорт һәм урыҫ телдәренән тыш немец, итальян, төрөк телдәрендә лә йырҙар башҡара.
Илдар АҠЪЮЛОВ