Район мәҙәниәт һарайында Иҫке Күктау ауылында йәшәгән Фидан Мәрүәровтың “Иҫке Күктау ауылы тарихы. Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары шәжәрәһе” китабының исем туйы үтте.
Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Румил Аҙнабаев, Өфө ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының бүлек мөдире, филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов, яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Рудольф Әвсәхов, Илеш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рубин Ғәлимов, ауылдаштары һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Һигеҙ бүлектән торған был китап — баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт. Бындағы яҙмалар танып белеү һәм тәрбиәүи яҡтан бик әһәмиәтле.
Китапҡа автор тарафынан төҙөлгән ҡырғыҙ башҡорттары, Иҫке Күктауға күсеп килгән типтәрҙәр һәм мишәрҙәрҙең шәжәрәләре индерелгән. Ата-бабаларының нәҫел яҙмаларын ҡулланып, архив материалдарында эҙләнеп, ауылда йәшәүсе оло быуын вәкилдәренән һорашып, бихисап ғилми сығанаҡты уҡып ижад итә уларҙы урындағы тарихсы.
— Фидан Мәрүәров был эшкә 1993 йылда уҡ тотонғайны. Бик күп материалды өйрәнде һәм маҡсатына өлгәште. Китабы — уның күп йыллыҡ ижади эҙләнеүенә баһа, — тине тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рөстәм Камалов.
Фидан Садиҡ улы, Иҫке Күктау ауылы шәжәрәһен төҙөп, беренсенән, башҡорт икәнлеген иҫбатланы, икенсенән архив материалдарына таянып, аҫаба булыуҙарын асыҡланы.
Румил Аҙнабаев Фидан Мәрүәровты баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте өсөн ҡоролтайҙың “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләне. Шулай уҡ китапты әҙерләүҙә һәм баҫтырып сығарыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән Байрас Ишбирҙин, Рудольф Әвсәхов, Вил Мәрүәров, Рәйсә Булатова, Рөстәм Камалов, Зәки Вәлиевкә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Маҡтау грамоталарын тапшырылды.
Лира ГӘРӘЕВА
Илеш районы.