“Ватандаш” журналының былтырғы декабрь һанында күренекле яҙыусы һәм драматург, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы ҒАРИПОВАНЫҢ “Урал батыр” эпосы нигеҙендә яҙылған “Урал менән Шүлгән” исемле драматик әҫәре донъя күрҙе. Әҫәр журнал битендә баҫылып сыҡҡас, педагогия фәндәре докторы, профессор Рафаэль Аҙнағоловтың шул уҡ журналдың март һанында “Изгелектең яуызлыҡты еңгәне” исемле рецензияһы ла сыҡты. Эпоста барған ваҡиғалар һәр башҡортҡа билдәлелер, әммә был осраҡта автор әҫәрҙең идея-эстетик асылын өр-яңы фәлсәфәүи күҙлектән яҡтырта һәм бөгөн кешелек донъяһын борсоған проблемаларҙы күтәрә. Ошо хаҡта яҙыусы менән иркенләберәк һөйләшеп алырға булдыҡ.
— Таңсулпан апай, быға тиклем драма әҫәрҙәре ижад иткәндә, заман проблемаларын күтәргән пьесалар менән бер рәттән, фольклорға мөрәжәғәт итеүегеҙ билдәле. “Тәңкәле ҡыҙ”, “Ғилмияза” исемле әҫәрҙәрегеҙҙе Сибай, Өфө театрҙары сәхнәләштерҙе, шулай уҡ “зәңгәр экран” аша ла күрҙек.
— Быларҙан тыш “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”ны яҙҙым.
— Ул ҡайҙа ҡуйылды?
— Әлегә “Ҡара юрға” һыртына эйәр һалырҙай режиссерҙы көтә.
— “Ҡара юрға”ға эйәр һалыр уҙаманға уңыштар теләйек тә әңгәмәне дауам итәйек. Беҙҙең һөйләшеү, башта уҡ килешкәнсә, “Урал менән Шүлгән” хаҡында. Бына, мәҫәлән, Рафаэль Аҙнағолов, ошо пьеса хаҡында фекер йөрөтөп: “Яуызлыҡ менән Изгелек көрәшенең планетар, космик масштабта көсөргәнеш алған бер мәлендә “Урал менән Шүлгән”дең сәхнәгә сығыуы ысын мәғәнәһендә “халыҡта оптимистик рухты көсәйтер ине”, тип яҙа. Был “көрәш” һүҙенең асылын Майя халҡы яҙып ҡалдырған, һәм ҡайһы бер ғалимдарҙың был яҙманы донъя бөтөүгә фаразлауы сәбәп булманымы?
— Һәр хәлдә мин пьесаны тамамлағанда был хаҡта аҙ һөйләнелә, аҙ ишетелә ине. Ә драма әҫәрен мин 1995-1997 йылдарҙа Мәҙәниәт министрлығы заказы буйынса яҙҙым. Башта драманың үҙәген мөхәббәткә, уның сихри көсөнә баҫым яһауҙа күрҙем һәм “Урал менән Һомай” исеме аҫтында Уралға көс биргән ҡиммәттәрҙе беренсе планға сығарырға уйланым. Ни өсөн тигәндә, бында ла донъя күләмендә билдәле китап “Иҫке Ғәһед” менән ауаздашлыҡ бар: унда Һауаны Хоҙай Әҙәм йоҡола саҡта ҡабырғаһынан яралта, ә “Урал батыр” эпосында Һомай кешеләр янына аҡҡош рәүешендә килә һәм тик Урал үпһә генә ҡатын-ҡыҙға әүерелә. Унан тыш Һомай (Умай) Дәште-Ҡыпсаҡ ҡәүеме өсөн Алла анаһы (Богоматерь) ролен үтәгән. Дәүләт булып ойошҡан, дәүләткә хас атрибуттары (ере, халҡы, армияһы, аҡсаһы, мисәте) булған халыҡтарға Умай һүрәте (күберәген ағасҡа ырып) яһалған икона (“уҡына” һүҙенән алынған) тапшырылған. Мәҫәлән, Изге Һомай (Умай) һүрәте Табын ырыуында ла булғанға оҡшай, ә инде Ҡазан, Киев Алла анаһы бөтәбеҙгә билдәле. “Урал батыр”ҙа иһә Һомай ике сифатта: “аҡҡош хәлендә ул — космик зат, ә ҡатын-ҡыҙға әйләнһә, ер кешеһенә хас ғәмәлдәр ҡыла — Уралға ат, ҡылыс бүләк итә. Ат — армия, ҡылыс — ҡорал. Икеһе лә дәүләтселек атрибуты. Икенсе яҡтан, донъяла яуызлыҡ көсәйҙе, бәндәнән иман ҡаса... Һуғыштар, теракттар, бәйһеҙлек, эскелек, наркомания, өҙгөслөк, зинасылыҡ. Уйланғандан һуң эпостың яуызлыҡты фашлау мәленә өҫтөнлөк бирергә ҡарар иттем, шул уҡ ваҡытта тексын мөмкин тиклем күберәк һаҡларға тырыштым.
— Ләкин һеҙ атаған кәмселектәр — шәхсән сифат. Ахырзаман — апокалипсис менән уларҙы нимә бәйләй?
— Тәү ҡарашҡа, эйе, дөрөҫ: улар бәндәгә генә хас сифат. Аттан ала ла, ҡола ла тыуа, тигән кеүек — ил тигәндең кеме юҡ?
Әммә аңлы зат — һомо сапиенс — яралған дәүергә әйләнеп ҡайтайыҡ. Ни өсөн Әҙәм Хоҙай тыйған емештән ауыҙ итә? Эҫем баҡсаһында Һауа менән уйнап-көлөп йәшәһә ни тиер инең... Юҡ, Хоҙайҙың әйткәненән ситләшәләр һәм... уларҙан тыуған ике ул Хабил менән Ҡабилдың фажиғәһе. Ошо юҫыҡта Урал менән Шүлгәндең мөнәсәбәте изгелек һәм яуызлыҡ яралған тәү мәлгә — донъя мифологияһына ауаздаш. Ә донъяны яралтыусы төп һәм берҙән-бер көс, минеңсә, Хоҙай. Ә Хоҙай кешене, Изге китапта әйтелгәнсә, үҙенә оҡшатып һәм үҙе кеүек итеп яралтҡан — быға Әҙәм менән Һауаның Эҫем баҡсаһындағы тормошо шаһит. Ләкин кешене Хоҙай, фәрештәләрҙән айырмалы рәүештә, ирекле ҡылған!
— Тимәк, Кеше ирекле булған өсөн дә Белек ағасының емешен өҙә...
— Тап шулай. Ләкин ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә: “Урал батыр” эпосында Шүлгән үҙенең Зәрҡум-йылан менән бәйләнешкә инеүен нисек кенә йәшерергә теләмәһен — барыбер фаш ҡылына. Кешелек тә шулай: насар ҡылыҡтарҙы (ҡылыҡ уйҙан ярала) ниндәй генә фәлсәфә, лозунг, идеология аҫтына йәшерергә тырышмаһын — яманлыҡты йәшереп булмай. Кешелек тарихында йылға булып аҡҡан ҡан шаһит быға. Хоҙай — Макрокосмос, Кеше — микрокосмос. Микрокосмостың сәләмәт булмауы Макрокосмосты үҙгәртмәй ҡалмай. Ваҡыты-ваҡыты менән Макрокосмос “һелкенеп алырға” үҙен үҙе ҡара энергиянан таҙартып торорға, яңырырға, дауаланырға мәжбүрҙер. Был яңырыуҙы Хоҙай үҙенең пәйғәмбәрҙәре зиһененә һала. Урал йәшәгән ҙур катаклизм осоронда был төбәктә Хоҙайҙың Илсеһе — пәйғәмбәре ролен Урал үтәгән.
— Урал батыр, тимәк, һеҙҙеңсә мифик герой түгел...
— Һәр олуғ шәхес ваҡыт үтеү менән легендаға, мифҡа әүерелә... Һәр хәлдә “Урал батыр” эпосы нигеҙендә мин яҙған пьесала Урал — пәйғәмбәр. (Урал батырҙың үлеме Изге Ғайса менән оҡшашлыҡ үткәрергә мөмкинлек бирә: Уралдың эсенә, бәғерен телеп, ҡара көс тула, ул ҡара көстө эсә, үҙен кешелектең йәшәүе хаҡына ҡорбан ҡыла, ә Ғайса бөтөн кешелектең гонаһтарын үҙенә алып, кеше йәшәһен, кеше таҙарынһын тип, үҙен шулай уҡ ҡорбан итә). Унан һуң, пәйғәмбәрҙәрҙе башҡа бөйөк заттарҙан айырған бер ҡанун бар: пәйғәмбәрҙәрҙән китап ҡала. Мәҫәлән, Заратустранан — “Авеста”, Будданан — “Махаяна”, Мусанан “Тәүрат”, Ғайсанан — “Инжил”, Мөхәмәттән — Ҡөрьән, ә инде боронғоларҙан-боронғораҡ Уралдан — беҙҙең ҡулдағы “Урал батыр” тип аталған, бәндәгә йәшәү асылын өйрәткән нәсихәт китабы — дәреслек -хрестоматия.
— Ҡыҙыҡ...
— Ҡыҙыҡ, ләкин бәхәсле, тимәксеһеңдер. Бәхәскә лә урын бар. Хоҙай бәндәгә барыһын да асып бөтмәгән. Изге Ғайса: “Хоҙай кешегә һыйҙыра алған тиклемен генә бирә”, — тигән кеүек, Хоҙай Һомо Сапиенсҡа уның билдәле бер эволюцияһында мейеһе һыйҙыра алған тиклемен генә аса. Кешелә 50 триллион күҙәнәк бар — микрокосмос өсөн был бик күп тә түгел! Һәр күҙәнәктең — үҙенең ҡабы (оболочка), ядроһы, хромосомаһы, ДНК-һы. ДНК-ның үҙендә 6 миллион молекула, гендар... Бөгөнгө көнгә ғалимдар тарафынан ни бары 38 мең ген асыҡланыуы мәғлүм. Ҡалғандары нимә? Үҙендә ни йәшерә? Хоҙай бит ул 6 миллионды юҡҡа яралтмаған. Тимәк, беҙ, кешеләр, Ергә әллә ни саҡлы Йыһан киңлектәре аша килгәнбеҙ һәм әле лә камиллашыу юлындабыҙ. Йыһандың яралыуына 15 миллиард йыл, ә Ҡояш системаһы 4,5 миллиард йыл элек ярала. Ер ҡояш тирәләй секундына 25 саҡрым, ә Ҡояш системаһы галактика буйлап сәғәтенә 220 мең километр тиҙлектә әйләнә һәм Ҡояш системаһы 26 мең йылға бер тапҡыр Галактикабыҙҙың — Ҡош юлының — уртаһы аша уҙа.
2012 йылдың 12 декабрендә Ҡояш системаһы Орион йондоҙлоғонда сағында үҙе мотлаҡ үтергә тейешле урын аша үтә. Галактиканың буйы 155 мең яҡтылыҡ йылы булһа, иңе 110 мең яҡтылыҡ йылына тиң. Ҡояш системаһы, тимәк, беҙ үҙәккә 44 мең яҡтылыҡ йылына тиң аралыҡта булабыҙ, ә уртала — ҡара йырыҡ (черная дыра), Ҡара йырыҡтың тығыҙлығының 1 куб. сантиметры 1 мең 140 планета тығыҙлығына тиң...
Ер-Әсә шул Ҡара йырыҡҡа яҡынлашҡан һайын бөтөнләй икенсе төрлө энергетик закондар менән йәшәй башлай. Барлыҡ катаклизмдарҙың — цунами, ер тетрәү, һыу баҫыу, ҡойон кеүек тәбиғәт ғәрәсәттәренең сәбәбе шунда ята. Кешенең психик торошона ла был ифрат ҙур кире йоғонто яһай: һуғыштар, көрсөктәр, наркомания һәм башҡалар. Былар хаҡында Майя ҡәбиләһе жрецтары күптән белгән һәм белгәндәрен ташҡа яҙып ҡалдырған, ә беҙҙең ғалимдар Ҡояш системаһының 26 мең йылға Галактика тирәләй тулы әйләнеш яһауын бары тик уҙған быуаттың 30-сы йылдарында ғына асты. Эйе, бишенсе Ҡояш йәки бишенсе раса кешелеге 2012 йылдың 21 декабрендә йәшәүен тамамлай. Был аждаһа йылына тура килә — Майя календарында ла ике аждаһа һүрәте.
— Таңсулпан апай, һеҙ бишенсе раса йәшәүен тамамлай, тинегеҙ...
— Эйе, тамамлай. Һәр нәмәнең башы бар икән, тимәк, уның аҙағы ла була. Ләкин, үрҙә әйткәнемсә, Хоҙай кешене үҙенә оҡшатып һәм үҙе рәүешле итеп яралтҡан! Хоҙай мәңгелек икән, кеше лә мәңгелек. Мин ДНК хаҡында юҡҡа әйтмәнем. Кешенең, ДНК-һы Ерҙә барлыҡҡа килмәгән. Беҙ үҙгәреш кисерәбеҙ, беҙҙең күҙәнәктәр, психика үҙгәрә. Бишенсе раса кешеләренең үҙендә үк алтынсы раса кешеләре формалаша! Ана, балалар. Улар йүргәктән төшөү менән компьютерға ынтыла, һәм уның артына ултырып ҡатмарлы операцияларҙы эшләү улар өсөн бер ни ҙә тормай. Беҙ ул Ҡара йырыҡ аша беренсе тапҡыр үтмәйбеҙ, Аллаға шөкөр. Ҡояш та, Ай ҙа, башҡа планеталар ҙа үҙ урынында. Ҡояш системаһын миллионлаған астероид уратып алған. Улар һаҡлай беҙҙе, тәүге һөжүмде үҙҙәренә ала. Кешелек һуңғы 10 мең йыл дәүерендә бик тыныс йәшәне, ләкин беҙ әлеге лә баяғы, Үҙәккә яҡынлашабыҙ, тыныслыҡ китеп тора. Ә хәүефтәр була тора инде. Ҡояш системаһы үҙен дә, кешеләрҙе лә Ҡара йырыҡ аша үтергә күптән әҙерләй башланы. Планетабыҙҙың магнит полюсы, мәҫәлән, егерме градусҡа үҙгәрҙе. Был да бушҡа түгел. 1994 йылда, хәтерегеҙҙәлер, Шумейко астероиды ергә төшә тип ҡурҡтыҡ. Ләкин Юпитер планетаһы Ергә яҡынайҙы һәм... Шумейко, Ер хәтле тишек яһап, Юпитерға ҡаҙалды. Икенсенән, Юпитер энергияһының йоғонтоһо Кешегә акселерация алып килде. Хәҙер балалар тиҙерәк өлгөрә, буйға ла оҙондар...
— Был осорҙа кеше үҙен нисек тоторға тейеш, тип уйлайһығыҙ?
— Был хаҡта беҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәр барын әйткән. Урал иһә:
Донъяла мәңге ҡалыр эш —
Ул да булһа, яҡшылыҡ.
Утта ла янмаҫ яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ.
...Күккә лә осор — яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ.
Бары эшкә баш булыр,
Мәңге йәшәр аш булыр, — тигән.
Заратустра (Зәрдөштри), мәҫәлән (ә ул барлыҡ ҡоштар, хайуан-йәнлектәр телен белгән): “Бөтөн төр яманлыҡтан, насар хәбәр һөйләүҙән баш тартығыҙ һәм һеҙ Хоҙайҙың батшалығына (Хоҙайҙың рәхмәтенә. — Т.Ғ.) эйә булырһығыҙ”, — тигән. Ғайса иһә: “Хоҙайҙың батшалығы — һеҙҙең үҙегеҙҙә!” — ти. “Хоҙайҙан ҡурҡҡан әҙәм бәндәнән ҡурҡмаҫ, ә бәндәнән ҡурҡҡан — Хоҙайҙан ҡурҡмаҫ”, — тигәнде Будда әйтеп ҡалдырған. Ә инде Мөхәммәт пәйғәмбәр: “Һәр йән үҙе барлыҡҡа килтергәндең, йыйғандың тотҡоно — әсире”, тип барыһына кеше үҙе сәбәпсе икәнен тәҡрарлаған.
— “Урал менән Шүлгән”гә ҡайтһаң, унда сираттағы катаклизмдан һуң (һыу баҫыу, рептилияларға ҡаршы көрәш) барған ваҡиғалар сағыла һәм пәйғәмбәр рәүешендә Урал һынлана?
— “Урал батыр”ҙа үткән ваҡыттар һүрәтләнәлер, эйе. Әммә уның киләсәк ваҡиғаларға ишара булыуы ла бар. Шүлгән тере ҡала, рептилиялар (һөйрәлеүселәр) менән бәйләнешкә инә. Беҙ бит әле ете ҡат ер аҫтында ниҙәр барын, ер аҫты донъяһының нимәгә әҙерләнгәнен бөтөнләй белмәйбеҙ. Йылан-саяндарҙың күҙенә ҡарап, уларҙы бер ҙә алйот зат тип булмай... Мин бер нәмәне лә раҫламайым, бары фараз ҡылам. Ғалимдар бар, аңы үҫешеп, плазма энергияһына күскән кешеләр бар.
— Таңсулпан апай, сәхнә әҫәре башта сәхнә тормошон үтә, шунан матбуғатҡа тәҡдим ителә. “Урал менән Шүлгән”гә килгәндә, шуның киреһе күҙәтелә...
— Закондарҙы бәндә үҙе уйлап сығара һәм аҙаҡ үҙе үк шул закондарҙың ҡолона әйләнә, тигән берәү. Нимә яҙылһа ла, уны, беренсенән, кеше яҙған. Икенсенән, күпселек — көс. Әммә минең миҫалда был шулай килеп сыҡты. Миңә яҙырға заказ биргән (килешеүгә ҡул ҡуйған) кешеләрҙең күбеһе министрлыҡта эшләмәй. Мин иһә йомортҡаһы төшөү менән донъяға яр һалған тауыҡтай ҡытҡылдап йөрөмәнем. Шулай биш-алты йыл ғүмер үтте лә китте. Уйлана төштөм. Кеше ғүмере физик яҡтан ҡарағанда мәңгелек түгел, туҡта әле, тим, журналға бирәйем булмаһа. Ат булһа, йүгән табыла, эйәр ҙә һалына, бәлки, берәйһе ҡыҙыҡһыныр, кем белә... Минең йәшәү осоронда мине тулҡынландырған, борсоған мәсьәләләр менән “ауырыған” режиссерҙың табылмауы ла мөмкин. Улай булһа, өйҙә кәштәлә ятып ҡалғансы, матбуғатта донъя күрһен — шул ғына.
— “Урал менән Шүлгән”дең эшләнешенә, фәлсәфәнең халыҡҡа үҙенсәлекле еткерелеүенә ҡарағанда, пьеса бер-ике йыл эсендә генә яҙылғанға оҡшамай...
— Уныһы ла хаҡ. “Урал батыр” эпосы үҙем уҡыған барлыҡ мифологиялар, фәлсәфәүи китаптарҙың үҙәгендә торҙо. Атап әйткәндә, ни уҡыһам да эске аңда, Тимер ҡаҙыҡ йондоҙо кеүек, ул торҙо. Уның менән сағыштырҙым, параллель үткәрҙем, самаланым. Мәктәптә эшләгән йылдарымда 8-се кластар программаһында асыҡ дәрес бирҙем. Был уҙған быуаттың 82-се йылы ине, буғай. Дәресте ҡарағас, бер мәктәп директоры: “Бөгөн иң көнүҙәк проблеманы күтәргән әҫәр булып сыҡты бит был “Урал батыр”!” — тигәйне. Шулай инде: пәйғәмбәрҙәр ауыҙынан сыҡҡан һүҙ бер ҡасан да, хатта Ҡояш системаһы Галактика күсәре аша биш түгел, ун, егерме, утыҙ тапҡыр үтһә лә үҙенең мөһимлеген юғалтмай. Сөнки был — Хоҙай Илсеһенең һүҙе. Хоҙайҙың бәндәләр зиһененә сәскән алтындан да ҡиммәт орлоҡтары.
— Байтаҡ нәмәне асыҡланыҡ та кеүек, ә ҡайһыларына бөтөнләй ҡағылманыҡ. Мәҫәлән, Самрау батша иле, изге Һомай... Эпоста, әлбиттә, һәр образ — бер фәлсәфәүи төшөнсәнең символы. Шулай ҙа, һеҙҙең аңлауҙа, кем ул Самрау, кем ул Һомай? Кешелектең хыял иткән донъяһымы, әллә үткәнеме?
— Бая әйткәнемсә, кеше ДНК-һы Ерҙә барлыҡҡа килмәгән. Ул — Йәшәйештең нигеҙе. Ҡояш — Хоҙай тәхете. Мәҫәлән, 7,5 мең йыл элек Тигр һәм Евфрат йылғалары араһында йәшәгән шумерҙар үҙҙәренән һуң бер ниндәй эҙ ҡалдырмаған, бары яҙмалар ғына. Улар, үҙҙәрен Нибиру планетаһынан килгән аллалар барлыҡҡа килтергән, тип иҫәпләгән. 12 мең 600 йыл элек Нибиру ергә яҡынлашҡас, Атлантида Ер йөҙөнән юҡ була. Үлсәме буйынса Нибиру Ерҙән ҙур. Ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә, Нибиру планета түгел, ә идара ителеүсе космик есем. Быйыл ул Ергә йәнә яҡынлашасаҡ. Ҡояш ҙурлығы булып күҙгә күренеп торасаҡ. Ошо юҫыҡтан ҡарағанда, эпостағы Самрау иле, унан осоп килгән Һомай — ҡәҙимге реаль ваҡиғалар. Кеше геномы, юғары аң, төрлө рәүештә йәшәй: яҡтылыҡ, плазма, йәшен... “Хоҙай — ул йәшәйештең Альфаһы һәм Омегаһы”, — ти Изге китап. Тимәк, башы ла, аҙағы ла — Хоҙай. Кешене Хоҙай барлыҡҡа килтергәс, Кеше Хоҙай — Күк Йыһан берәмеге булғас, ул һәр саҡ тәү хәленә ынтыла. Уның тәү хәле яҡтылыҡ. Шуға ла Урал Самрау илен эҙләй, Самрау ҡыҙын һөйә, Самрау Аҡбуҙына атлана, Самрау ҡылысын ҡулына ала...
— Ә Шүлгән Айһылыу менән ҡауыша...
— Эйе, Айһылыу менән, унда ла хәйләләп, көслөк менән. Яратыу — Хоҙай сифаты. Түбән заттар өсөн ул ят сифат, улар яратмай, ә бары тик үҙенеке итергә тырыша. Унан һуң Айһылыуҙың әсәһе Ҡояш түгел, Ай. Мистиктарҙың фаразы буйынса, айҙың беҙгә күренмәгән яғы гонаһлы йәндәрҙең үлгәс таҙарыныр урыны булған.
— Ләкин Урал Шүлгән менән Айһылыуҙың улы Һаҡмарҙы үҙенеке итеп ҡабул итә.
— Эйе, балалар аталары өсөн яуап бирмәй. Кеше яҡшылыҡҡа ынтылыусы зат, шуға ла ул Урал менән ҡала. Бөгөн дә беҙ Уралыбыҙ менән. Уның исеме аҫтында тупланып, ҙур бер көс булып йәшәйбеҙ. Урал тауҙары аша үткәндә ҡолаҡҡа уның һүҙҙәре салынғандай:
Утта ла янмай яҡшылыҡ,
Һыуҙа ла батмай яҡшылыҡ.
Яҡшылыҡ! Бары яҡшылыҡ, яҡты уй, яҡшы ғәмәл ҡотҡарасаҡ кешелекте.
— Бөгөнгө катаклизмдар заманында Рәсәйҙең хәле...
— 80-се йылдарҙа бөйөк Ванга: “Рәсәй ҡыйралған донъя өсөн үҙенә күрә Нух кәмәһе ролен үтәйәсәк”, — тигән. Ә яҙыусы, рәссам Евгений Ефим улы Березиков, 2012 йылдың 21 декабрендә кешелектең бер расанан икенсе расаға (энергетикаға. — Т.Ғ.) күсеүе символик рәүештә буласаҡ, тип билдәләй (үҙенең ауыҙынан ишеттем). Күңелебеҙҙе төшөрмәйек. “Өмөт өҙмә, дуҫҡай, был донъянан” тигәндәй, өмөттө өҙмәйек. Хоҙай беҙҙең менән! Амин.
С. ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.