Илсе уҡытыусылары матбуғатһыҙ йәшәмәҫкә ҡарар итте12.05.2012
Илсе уҡытыусылары матбуғатһыҙ йәшәмәҫкә ҡарар иттеБашҡортса матбуғат баҫмаларын күбеһенсә ауыл ерендә алдырып уҡып барыуҙары бер кемгә лә сер түгел. Ә ауылда иң юғары мәҙәни ҡатлам – уҡытыусылар. Тимәк, халыҡтың мәҙәни кимәлен күтәреүҙә лә тап улар әүҙем ҡатнаша ала (бәлки, ҡатнашырға бурыслылыр ҙа). Учалы районының Илсе урта мәктәбендәге һөйләшеү шул йүнәлештә барҙы.
Ауыл мөғәллимдәре яҡлап, ҡатнашып тормаһа, милли матбуғаттың яҙмышы аяныслы. Үҙ сиратында, милли матбуғат та мәктәпте күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Хәйер, мәғариф темаһына арналған мәҡәләләрҙең “Башҡортостан” гәзите биттәренән төшмәүенә һәр беребеҙ шаһит.
...Тиҫтәләрсә йыл уҙғас, бала саҡ уҙған урындар бәләкәсәйеп, тоноҡланып ҡалған һымаҡ тойола. Әммә туған мәктәбем элеккесә иркен, яҡты, нурлы булып күренде. Тик уҡыусылар һаны ныҡ кәмегән – 148 бала белем ала бында, ә беҙ 400 малай һәм ҡыҙ уҡыныҡ. Бөгөнгө ашхана менән музей ул саҡта хыял ғына ине. Музейҙың директоры, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмилә Солтанова тарихи экспонаттар менән таныштырҙы. Музей түрендә орденлы механизатор атайымдың да фотоһүрәтен күреп, ҡыуанып сыҡтым.
“Уҡытыусы кешенең абруйы шул хәтлем ҙур ине элек – ул урамда ҡаршы килгәндә, беҙ, күҙенә күренергә оялып, икенсе урамға сыға инек. Әле лә шулаймы?” – тип һорайым. “Оялтырһың хәҙерге бала-сағаны...” – тип йылмая педагогтар. “Уның ҡарауы, яҙлы-көҙгө батҡаҡ мәлендә уҡытыусы эшкә барған һуҡмаҡта соҡор ҡаҙып, өҫтөн сыбыҡ-сабыҡ менән ҡаплай торғайныҡ. Уҡытыусының аяғы шунда төшөп сыланһа, дәрес булмай инде, йәнәһе...” Яңы быуын мөғәллимдәре ғәжәпләнеп ҡуйҙы – бындай “шаяртыу” тураһында тәүләп ишетәләр икән.
Тормош ауырлыҡтарына, эштәге проблемаларға зарланмай Илсе уҡытыусылары. Улар күберәк матбуғаттың хәле, “Башҡортостан” гәзитенең киләсәккә уй-ниәттәре тураһында минең һөйләгәнемде тыңланы. Тик, эш күп булғанғамы, беҙҙең гәзитте алдырып уҡырға бик ваҡыттары ҡалмауын да асыҡланыҡ. Ҡайһы берҙәре гәзиттең йома һанын ғына уҡырға өлгөрә икән.
– Уҡытыусы замандан артта ҡалмаҫҡа тейеш, артабан республикабыҙҙың төп гәзитен алдырып уҡып барырбыҙ, – тип ышандырҙы директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Зөһрә Батыршина.
– Тәрбиә темаһына мәҡәләләр күберәк кәрәк, беҙгә улар класс сәғәттәрендә файҙаланырға бик ҡулай, – тине тәрбиә эше буйынса урынбаҫар Фәниә Әхмәтйәнова.
Был темаға ла мәҡәләләр йыш була гәзиттә. Тик бының өсөн уны алдырып уҡып барырға ғына кәрәк, оҫта педагог бындай осраҡта алынған мәғлүмәтте нисек файҙаланырға икәнен үҙе белә. Ҡыҫҡаһы, “Башҡортостан” гәзитенең көн дә сығыусы һанын алдырып уҡып барырға вәғәҙә итеп ҡалды ауылым мөғәллимдәре. Илселәр һүҙендә тора торған.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН
Учалы районы.


Вернуться назад