Өфөлә “Башҡортостан гүзәле” матурлыҡ һәм әхлаҡ конкурсына һайлап алыу буласаҡ. Унда 16 йәштән 30 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ҡатнаша ала.
Конкурстың ойоштороусыһы Айгөл Үтәгәнованың әйтеүенсә, майҙан тотасаҡ гүзәлдәр башҡортса тасуири итеп һөйләй алырға, милли йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе белергә, сәхнәлә үҙ-үҙен матур тоторға, сибәр һәм мөләйем йөҙлө, зифа буйлы булырға тейеш.
Ҡатнашырға теләүселәргә үҙҙәре тураһында ҡыҫҡаса һөйләргә, дүрт һәм унан күберәк профессиональ фотоһүрәттән (портрет, тулы буйға һәм милли кейемдә) торған портфолио төҙөп алып килергә, ижади һәләтен күрһәтергә (бейеү, йыр йә таҡмаҡ, актерлыҡ оҫталығын сағылдырған этюд) кәрәк. Быларҙан тыш, баһалама ағзаларының өҫтәмә һорау биреүе ихтимал.
Һайлап алыу туры 14 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә башланасаҡ. Адресы: Яңы күпер урамы, 4а. Финалды 6 ноябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Сараны ойоштороусылар – “Һомай” театр-дефилеһы” мәҙәниәт һәм ижадты үҫтереү студияһы, Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте. Белешмә өсөн телефон: 8-937-169-14-84.