Республиканың халыҡ ижады йүнәлешендә эшләүсе иң билдәле коллективтарының береһе “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле ижади миҙгелен премьера менән асырға йыйына. 12 октябрҙә ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә уҙасаҡ тамашала “Башҡорт балы” тип аталған өр-яңы вокаль-хореографик композиция тәҡдим ителәсәк.
– Мин ҡыҙыҡлы, сағыу, мәғәнәле бейеү ҡуйырға теләнем. Шулай итеп шау сәскәгә күмелгән ожмах баҡсаһында нектар йыйыусылар тураһында идея башыма килде, – тип һөйләй бейеүҙең авторы Мәскәү балетмейстеры Валерий Анучин.
Концерт барышында Өфө тамашасылары “мираҫ”тар башҡарыуында тағы бер премьера – “Imagine” вокаль композицияһын ҡарай аласаҡ. Ансамбль артистары был бейеүҙе Парижда, ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында, “Донъя бейеүҙәре һәм музыкаһы” фестивален асыу тантанаһында башҡарғайны.