Республиканың халыҡ ижады йүнәлешендә эшләгән иң билдәле коллективтарының береһе – “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле ижади миҙгелен премьера менән асырға йыйына. 12 октябрҙә ҡала Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә уҙасаҡ тамашала “Башҡорт балы” тип аталған өр-яңы вокаль-хореографик композиция тәҡдим ителәсәк.
Концерт барышында Өфө тамашасылары “мираҫ”тар башҡарыуында тағы бер премьера – “Imagine” вокаль композицияһын ҡарай аласаҡ. Ансамбль артистары был бейеүҙе Парижда, ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында, “Донъя бейеүҙәре һәм музыкаһы” фестивален асыу тантанаһында башҡарғайны.