Башҡортостандың Журналистика ветерандары берекмәһе Бөйөк Еңеүҙең 67 йыллығы айҡанлы фронтовик ветерандар менән осрашыу ойошторҙо.
Берекмә советы секретары Валентина Назарова әйтеүенсә, әле Башҡортостанда 19 фронтовик журналист йәшәй. Уларҙың күптәре ярҙамға мохтаж.
Фронтовиктар менән осрашыу Өфөнөң Матбуғат йортонда үткәрелде. Сараның рәсми өлөшө Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған журналистар мемориалы эргәһендә башланды. Ветерандар бер минутҡа тын ҡалып хәрби дуҫтарын иҫкә алды, һәләк булған яугирҙәрҙең исеме яҙылған мемориалға сәскә һалды.
Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков ҡунаҡтарҙы Еңеү көнө менән ҡотланы, уларға ныҡлы һаулыҡ, тыныс күк йөҙө, бәхет һәм именлек теләне. Берекмә советы рәйесе, Рәсәй Журналистар союзының федератив советы һәм Башҡортостан республика ветерандар советы президиумы ағзаһы Марсель Сәлимов фронтовиктарға Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Всеволод Богдановтың һәм журналистика ветерандарының Хәйриә фонды генераль директоры Ида Яковлеваның ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Л. ДӘҮЛИЕВА.