Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә яҙыусы, педагог һәм журналист Земфира Аҡбутинаның “Иҙел ҡыҙы” исемле балалар өсөн өр-яңы китабы донъя күрҙе.
“Бер теләгемде
Тыя алманым.
Сыйырсыҡ өсөн
Оя яһаным!
Тик сыйырсығым
Оҙаҡ көттөрә.
Бер ҙә ашыҡмай
Килеп етергә”
тигән шиғыр юлдары менән башлана ул. Йыйынтыҡ дүрт бүлектән тороп, тәүгеһе “Балалар баҡсаһынан – мәктәпкә” тип атала. Бында мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн яҙылған шиғырҙары урын ала. Бәләкәс дуҫтарын ул “хәрефтәр иле”нә алып инә, уларҙың иҫендә яҡшы ҡалырлыҡ һәр хәрефкә шиғыр юлдарын арнай. Шуныһы отошло: яҙыусы башҡорт теленең алфавитында сағылыш тапмаған “В (Уы)” хәрефенә лә урын бирә шиғырҙарында:
Ваҡ-төйәк менән булашып,
Вәли ваҡыт туҙҙыра.
Ватанға хеҙмәт итәм, тип
Вәкил спортта уҙҙыра!
Мәктәп йәшендәгеләрҙе Земфира Аҡбутина “Уҡытыусыма”, “Сығарылыш уҡыусыһына”, “Бүләк” һәм башҡа бик күп шиғырҙары менән һөйөндөрә. Авторҙың һәр шиғыры оло ихласлыҡ, күтәренке кәйеф, тәрбиәүи алымдар менән яҙылған, тел байлығы ла бик үҙенсәлекле. Ритм-рифманы отошло, дөрөҫ, урынлы ҡуллана белгәнгәлер, яҙғандары хәтерҙә тиҙ ҡала һәм тиҙ өйрәнелә:
Балаларҙы эй көттөрөп,
Ергә Яңы йыл килә!
Ҡыш бабайҙы яһайым, тип
Һүрәтен эҙләй Зилә. (“Кескәй гәзит”).
Бәләкәстәрҙең күңелен үҫтереүгә, йәшәйеш мәсьәләләрен аңлатыуға ҡоролған шиғырҙарҙы уҡыусылар төрлө сараларҙа, дәрестә ҡуллана ала.
Автор төрлө жанрлы һәм төрлө тематикаға ҡараған әҫәрҙәрҙе үҙ итә. Шуға күрә лә йыйынтыҡтың өсөнсө, дүртенсе бүлектәре тәүге икеһенән айырыла. Автор уларҙа балаларҙан ишеткән ҡыҙыҡлы хәбәрҙәрҙе хикмәтле хикәйәләр итеп тасуирлай, әкиәт итеп яҙа. Һуңғы бүлек иһә “Иҙел ҡыҙы” тип аталған автобиографик повесты эсенә ала. Ул 22 хикәйәнән тора, һәр береһенә исем бирелә. Әҫәр Әлфирә исемле ҡыҙ исеменән һөйләнелә. Биш йәшлек баланың оло тормош юлына баҫҡан мәлдәрен, үҫмер саҡтарын яҙыусы ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп һүрәтләй.
Дөйөмләштереп алғанда, Земфира Аҡбутина яңы китабы менән кесе йәштәге уҡыусыларының күңелен арбап, уларҙың йөрәгенә онотолмаҫ юл ярҙы. Уның “Китап” нәшриәтендә “Нур усағы” йыйынтығында донъя күргән “Ҡая сәскәһе” (2001) исемле шиғырҙар шәлкеме һәм “Атай кеүек булам мин” (2005) тигән айырым китаптары ла маҡтауға лайыҡ.
Сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән баҫманы нәшриәттең фирма магазинынан йәки сайты аша (http://www.kitap-ufa.ru) һатып алырға була.