Өфөлә билдәле журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Фәнил Ҡоҙаҡаевтың “Малайҙа тыуғандар” (“Рожденные в Малаево”) китабы донъя күрҙе. Баҫмала Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылы тарихы, ундағы кешеләр тураһында бәйән ителә.
Автор архив документтары нигеҙендә ауылдаштары тормошонан ҡыҙыҡлы дәлилдәрҙе, шәжәрәләрҙе өйрәнгән. Китапта Малай ауылы тарихына, уның халҡына ҡағылышлы статистика, биография һәм башҡа мәғлүмәттәр тупланған. Баҫма авторҙың, уның ауылдаштарының шәхси архивынан алынған фотолар, рәүиз мәғлүмәттәренән, бүтән архив документтарынан фотокүсермәләр менән биҙәлгән.
– Әлегә тиклем Малай тарихы тураһында башҡорт телендә ике китап нәшер иткәйнем инде. Тыуған ауылым хаҡындағы сираттағы китабымды Башҡортостандың, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән ауылдаштарым уҡый алһын өсөн рус телендә сығарырға булдым. Әйткәндәй, бөтә архив документтары, тарихи белешмәләр, рәүиз мәғлүмәттәрендәге материалдар рус телендә яҙылған. Уларҙы тәржемә иткәндә, теләйһеңме-теләмәйһеңме, мәғәнәһе үҙгәрә, – ти Фәнил Ҡоҙаҡаев.