Бер быуаттан һуң ҡайтҡан йыр28.09.2018
Аралашыу мөхите булмаһа ла, нисек улар башҡорт телен онотмаған?

“Киске әсе елдәрҙә лә
Тыуып үҫкән ерҙәрҙә...”

Өлкән йәштәге ир башҡарған был йырҙы әйләндерәм дә тыңлайым, әйләндерәм дә тыңлайым. Һүҙҙәре ябай ғына кеүек булһа ла, улай түгел шул. Әсе һағыш менән һуғарылған. Тыуған яҡты һағынып үрһәләнеү, сабырһыҙланыу ҙа, яҙмышҡа үкенес тә сағыла, гүйә, йырсының зары һиңә күсә.

Ләмтәнән башланған юл

Фольклор энциклопедияларына “Һалдат йыры” тип ингән был йырҙы Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙе Ләмтә ауылынан батша Николай II заманындағы Рәсәй армияһы һалдаты Айнан Мөхәммәт Сафа ла ғүмер буйы йырлаған. Ун һигеҙ йәшендә, 1916 йылда, Беренсе донъя һуғышына алына ул. Шул сығып китеүҙән ҡабат атай йортона әйләнеп ҡайта алмай. Ул ғына ла түгел – егет алдында Тыуған ил ҡапҡалары ла ябыла.

Йырын иһә балалары уҙған быуаттың 70-се йылдарында магнитофон таҫмаһына яҙҙырып ала. Айнан Мөхәммәт Сафа 1922 йылда Рәсәй сиген үтеп, Ҡытай аша Японияға сығып китһә, нәҡ 96 йылдан һуң уның йыры, тауышы яңынан Уралға әйләнеп ҡайтты. Быйыл Футбол буйынса донъя чемпионаты матчтарын ҡарарға Рәсәйгә уның улы Абдулдаян Сафа ла килгәйне. Ул махсус рәүештә Өфөлә лә туҡталды һәм бер төркөм зыялылар менән осрашты.

Айнан Мөхәммәт Сафа Рәсәй ғәскәрҙәренең Румыния фронтына эләгә. 1918 йылда һуғыш тамамланғас, батша ғәскәрҙәре илгә ҡайта. Әммә империалистик яуҙа имен ҡалған һалдаттарҙың күбеһенә тыуған тупрағына аяҡ баҫырға насип булмай. Илдә хәҙер яңы ҡоролош – социализм урынлаштырылған, власҡа большевиктар хужа. Батша армияһында хеҙмәт иткән яугирҙәр тейәлгән эшелон­дарҙы Себер тарафтарына оҙаталар.

Бәләкәй генә бер станцияла Айнан Сафа өс мосолман егете менән поездан тороп ҡала. Тәүҙә улар Ҡытайҙың Хай Лар тигән ҡалаһында урынлаша. Ләмтәгә күрше ятҡан ауыл мәҙрәсәһендә туғыҙ йыл төплө дини белем алған егеткә яҙмышын артабан хәл итеү юлдары асыла. Һалдат кейемендәге ас-яланғас әҙәмде яҙмыш үҙе ярлыҡай. Килүк Аги исемле кеше Айнан Сафаның динде яҡшы белгәнен күреп, иңенә урындағы мәсет эштәрен йөкмәтә. Ул мәлдә Ҡытайҙа ҡасандыр Рәсәйҙә йәшәгән мосолмандар бик күп була. Кемдер империалистик һуғыштан ҡасып, кемдер Көнсығыш тимер юлын һалыу һәм унда эшләү өсөн килгән, кемдер Октябрь ихтилалынан һуң мал-мөлкәтен, алтындарын алып бында күсенгән. Айнан Сафа Ҡытайҙа оҙаҡ тотҡарланмай. 1922 йылда ул Японияға китә.

Токиола ул Абдулхай Ҡорбанғәлиев менән осраша. Тарихҡа “Алыҫ Көнсығыш­тың бөйөк имамы” булып ингән Абдулхай Ҡорбанғәлиев Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Япония властарының Ислам динен тулыһынса таныуына өлгәшә. Токиола эмиграциялағы башҡорт-татарҙар өсөн мәсет, мәҙрәсә һалдырыуҙы ойошторған кешеләрҙең береһе була. Ләмтә башҡорто Айнан Сафа Токиола эмиграциялағы мосолмандарҙың уртаҡ көсө менән һалынған “Исламиә” иман йортонда 1926 йылдан алып 1967 йылға тиклем мәзин, аҙаҡ имам булып эшләй. Барлығы 52 йыл ғүмерен мәхәллә хеҙмәтенә бағышлай ул.

“Беҙ – башҡорт!”

Айнан Сафа һәр ваҡыт: “Беҙ – башҡорт”, – тип әйтер булған. Ҡатыны, Пенза мишәре Әсмә Әхтәм менән ете балаға ғүмер бирәләр. Икәүһе бәләкәй саҡта вафат була, ҡалғандары барыһы ла япон, татар мәктәптәрендә уҡып, төплө белем ала. Оло улы Абдулханнан оҙаҡ йылдар Япония дәүләт телевидениеһында алып барыусы, диктор хеҙмәтен башҡара. Юғары дәрәжәле белгес булараҡ таныла ул. Уҡымышлы, киң даирәле Абдулханнан япон, инглиз, төрки телдәрен яҡшы белә. Рамаҙан Сафа әле Токиола, ҡыҙы Шәмсинур Сафа Нью-Йоркта йәшәй.

Айнан Сафаның өсөнсө улы Даян Сафа Токиола тыуа, Рәсәйҙән сыҡҡан мосолман ғаиләһенән Орҡоя исемле ҡыҙға өйләнә. Ҡатынының да тамырҙары Башҡорт­останға, Өфөгә, Ҡариҙел районына барып тоташа. Айнан Сафа тыуған Ләмтә ауылы хәҙер Свердловск өлкәһенең Әшит районына ҡарай. Тыуған йорто һаман да төҙөк, тик унда башҡа хужалар тора. Даян Сафа Ләмтәгә беренсе тапҡыр килгәнендә өлкән йәштәге бер әбей Айнан Сафаны һуғышҡа нисек оҙатып ҡалғандарын да һөйләгән була.

Даян Сафа Токиола алты йыл татарса, ике йыл ғәрәпсә уҡый, урта мәктәпте япон мәктәбендә тамамлай. Ул – полиглот, тиҫтәгә яҡын телдә иркен аралаша. Шулай уҡ атаһының туған башҡорт телен дә онотмаған. Телмәрендә уның боронғо формалары, ХХ быуат башында мәҙрәсәләрҙә уҡытылған иҫке төрки теленең ғ, ҡ һәм башҡа өндәре ярылып ята.

Даян Сафа 25 йыл инде Сан-Франциско ҡалаһы эргәһендәге Бурленгэйм мәхәлләһендә татар ойошмаһының имам-хатибы вазифаһын атҡара. Америкала мине “modern imam” тип йөрөтәләр, тип йылмая ул. Иман уның ҡанына һалынған. “Атайым “Ҡөрьән-Кәрим” аяттарын 20 маҡәм менән уҡый торғайны, минең ундай уҡ оҫталығым юҡ”, – ти тыйнаҡ ҡына.

Белеүебеҙсә, халыҡта “Йән тартмаһа ла, ҡан тарта” тигән тапҡыр әйтем бар. Бәлки, шуғалыр ҙа Орҡоя ханым 1998 йылда Нью-Йоркта Айҙар Ғәлимовтың “Доплайн” ширҡәте ойошторған концертына килә. Башҡортостан йырсыһының моңо әсир итә ҡатынды. Шул мәлдән алып Даян Сафа менән Орҡоя ханымдың республика менән дуҫлыҡ бәйләнеше өҙөлмәй: 19 йыл рәттән йыл һайын киләләр. Тамырҙары Уралға бәйле ғаиләне “Доплайн” ширҡәте директоры Гөлниса Аҡбашева ҡабул итә, ҡунаҡтарға Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте менән танышыу мөмкинлеген биргән сәфәрҙәр ойоштора. Уларға Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә райондары ауылдарында ҡунаҡта булыу, “Янғантау”, “Красноусол” шифаханаларында ял итеү бик тә оҡшай.

Хайран ҡалдырғаны шул: ниндәй ҡөҙрәт менән улар үҙҙәрен милләт булараҡ та, кеше булараҡ та һаҡлап ҡала алған? Аралашыу мөхите юҡ хәлдә лә, туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмаған? Бынан бер быуат элек Тыуған иленән айырылған Ләмтә башҡортоноң теле ул! Тимәк, кеше үҙ ихтыяры менән генә туған теленән ваз кисә, тигән һығымтаға килергә мөмкин.

Был юлы Даян Сафа атаһынан ҡалған тағы бер ҡомартҡыны – “Һалдат йыры”н алып ҡайтты. XX быуат башындағы Рәсәй һалдатының, Урал башҡортоноң һалдат йыры ул.

P.S. Империалистик һуғышта йә Себергә ҡыуылған батша ғәскәрҙәрендә, йә 10 мең яугире менән аҡ гвардия сафында Алыҫ Көнсығышҡа сигенгән Башҡорт полкы составында, бәлки, һеҙҙең дә ата-бабағыҙ ҡатнашҡандыр? Уларҙың яҙмыштарын өйрәнәйек, йәмәғәт. Айнан Мөхәммәт Сафа шул яҙмыштарҙың береһе генә икәнен онотмайыҡ.


Вернуться назад