“Зөләйха күҙҙәрен аса”: башҡорт образы27.09.2018
Белеүегеҙсә, Рәсәй кинематографтары “Зөләйха күҙҙәрен аса” тигән сериал төшөрә. Унда башҡорт образы ла буласаҡ.

Алексей Онофрейчук уйнаған кешеләрҙе ҡотҡарыусы Лукка башҡорт милләтенән булып китәсәк. Әйткәндәй, яҙыусы Гүзәл Яхинаның ошондай исемле романында Лукканың милләте тураһында бер һүҙ ҙә юҡ. Китапта был герой Ангара йылғаһы менән “дуҫлашып” балыҡ тота һәм кешеләрҙе аслыҡтан ҡотҡара. Ярға сыҡҡас, һөргөнгә ебәрелгән халыҡҡа ҡыуыш ҡорорға, ә ҡышҡы һыуыҡтар алдынан землянка соҡорға тәҡдим итә. Шулай кешеләр ҡыш сыға.

Алексей Онофрейчук профессиональ актер түгел. Ул киноға осраҡлы рәүештә эләгә. Ролгә һыңар ҡуллы артист кәрәккәс, фильм төшөргән хеҙмәткәрҙәр инвалидтар ассоциацияһына мөрәжәғәт итә һәм уға тап була.





Вернуться назад