Салауат юлдарынан27.09.2018
26 сентябрҙә – башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың вафаты көнөндә күптән көтөлгән “Салауат юлдарынан” фильмының премьераһы үтте. Ул “Родина” кинотеатрының ике залында бер юлы күрһәтелеп, республика йәмәғәтселегенең, зыялыларҙың оло баһаһына лайыҡ булды.

Был фильм – Салауат Юлаевтың һәм Юлай Аҙналиндың һөргөнгә оҙатылған юлын ҡабатлап, Өфө – Палдиски маршруты буйынса уҙғарылған киноэкспедиция һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ҙур хеҙмәт. Унда ҡатнашыусылар өс аҙна эсендә Рәсәйҙең 12 ҡалаһында һәм Эстонияла булып, биш мең саҡрым юл үтеп ҡайтты.

Проект Рәсәй Президентының грантына төшөрөлдө.


Вернуться назад