“Өфөлә Шаляпин кистәре” XVI халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале тамамланды, гала-концертта опера йондоҙҙары ҡатнашты.
Ә инде Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Ҙур һәм Мариинск театры, “Астана опера” (Ҡаҙағстан) театры, Беларусь Республикаһының Ҙур театры, шулай уҡ Шаляпин исемендәге вокалистарҙың II халыҡ-ара конкурсы лауреаттары, Өфөләге опера труппаһының әйҙәүсе солистарының сығышын тамашасылар бигерәк тә оҡшатты.
Хөрмәтле ҡунаҡтар араһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та бар ине. Шул да мәғлүм булһын, “Өфөлә Шаляпин кистәре” фестивале баш ҡалабыҙҙа 13 сентябрҙән 25-нә тиклем барҙы. Ул “Фауст” (Шарль Гуно) операһы премьераһы менән асылды.